Мөлкәткә һалым буйынса түләү ҡағыҙының яңы формаһы һалым түләүселәрҙең һалым органдары менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин ведомствоның киңәйтелгән коллегияһында ошо хаҡта белдерҙе.
Һалым буйынса белдереү ҡағыҙының аҫҡы өлөшөн тултырып, һалым түләүселәр һалым органдарына хаталар тураһында хәбәр итә ала. Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте алынған мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң һалым түләүсегә аныҡланған белдереү ҡағыҙы ебәрәсәк, тигән аңлатма бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтендә.
Ведомство башлығы әйтеүенсә, һалым түләүселәр менән үҙ-ара эш итеүҙең ошондай алымы мәғлүмәттәрҙәге хаталарҙы юҡҡа сығарасаҡ, мөлкәткә һалымдар буйынса дөрөҫ база ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: быйылдан башлап физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалымдар — транспорт, ер һәм мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты бер көндө тамамлана. 2011 йылға һалымдарҙы быйыл 1 ноябргә тиклем түләргә кәрәк. Һалым буйынса белдереү ҡағыҙы ла берләштерелде. Әлегә тиклем ергә, транспортҡа һәм мөлкәткә өс белдереү ҡағыҙы ебәрелә ине.
Белдереү ҡағыҙҙары төрлө ваҡытта ебәрелде, йыш ҡына хаталар ҙа осрай торғайны, тип белдерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтендә.
Яңы өлгөләге белдереү ҡағыҙҙары мартта ебәрелә башлаясаҡ.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.