Хоҙай икмәктән айырмаһын11.05.2016
Бала саҡтағы бер ваҡиға күңелемдә ныҡлы уйылып ҡалған. …Һеңлем менән күрше йәшәгән инәйҙең хәлен белергә булдыҡ.
Ситәндән үрелгән бәләкәй генә өйгә ингәс, мейес янындағы өҫтәлдә ятҡан, аҙ ғына күгәрә башлаған ярты икмәк күҙгә ташланды. Урындыҡта ике ир ята. Әле генә тыштан ингәнгә оҡшағандар: итектәренән ҡар һыуы ағып та бөтмәгән. Беҙҙең икмәккә иҫебеҙ китеп ҡарап торғанды күреп ҡалғас, береһе: “Итегебеҙҙең табанын телегеҙ менән ялаһағыҙ, икмәк – һеҙҙеке”, – тине. Ашау теләге шул тиклем көслө булғандыр инде: һылыуым менән бер-беребеҙгә ҡарашып, баш сайҡаныҡ. Иҙәнгә ултырып, кирза итектәрҙең табанын күлдәк итәгебеҙ менән һөрткән булдыҡ та уларҙы телебеҙ менән бер нисә тапҡыр яланыҡ. Ирҙәр беҙҙән ҡысҡырып көлдө, унан: “Хәҙер ҡайтһағыҙ ҙа була”, – тине. Икмәген дә бирмәнеләр.
Ошо ваҡиғаны иҫкә төшөрһәм, ғәрләнеп илайым. Хәҙерге балалар беҙ күргәнде күрмәһен, Хоҙай икмәктән айырмаһын, донъялар имен булһын, тип теләйем.