Ауыл хужалығын үҫтерәйек тиһәк10.05.2016
Ил етәкселеге ауыл хужалығын ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу хаҡында һүҙ алып бара. Был аңлашыла ла: әүәл-әүәлдән малсылыҡ илдең таянысы булған, именлеген тәьмин иткән. Ҡура тулы һәүкәштәр мөңрәп торһа, ауыл йәшәр, халыҡ эшле булыр. Тап ошо йәһәттән малдарҙы яһалма ҡасырыу, тоҡомсолоҡ — мөһим йүнәлештәрҙең береһе.

Был ысулдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, сөнки хәҙер ауыл көтөүендә ҙур нәҫел үгеҙҙәре юҡ. Йортта аҫралған бәләкәй үгеҙҙәр, ғәҙәттә, октябрь айына ғына өлгөрә. Шуға күрә һыйырҙар ҡыҫыр ҡала йәки көҙгә генә аталана. Был иһә уларҙың апрель, май, ҡайһы ваҡытта хатта июнь айҙарында быҙаулауына килтерә. Быҙау ҡарында ҡышҡы осорҙа, малдар йәшел үлән, ҡояш нуры күрмәгәндә, витамин һәм микроэлементтар етешмәгәндә үҫә һәм сибек булып тыуа.
Яһалма аталандырыу иһә бындай проблеманы ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирә. Фәҡәт тикшерелгән, юғары продуктлы һәм яҡшы тоҡомдан булған үгеҙҙәрҙең аталыҡ орлоғо файҙаланыла, шуға быҙауҙар эре кәүҙәле булып тыуа, һәйбәт үҫә һәм юғары продукция бирә.
Бынан тыш, яһалма ҡасырыу бруцеллез (кеше өсөн дә хәүефле), лейкоз (уның менән яфаланған малды юҡ итәләр), трихомоноз (һыйырҙы түлһеҙлеккә илтеүсе ауыр һәм оҙаҡ дауалана торған сир) кеүек йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай.
Күптән түгел Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығында үткән видеоселектор кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Мәғлүм булыуынса, крәҫтиән ихатаһында етештерелгән һөт, ит илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә. Тап ошо йүнәлештә шәхси хужалыҡтарҙағы һыйыр малын яһалма ҡасырыуҙы ойоштороу буйынса Ауыл хужалығы министрлығының пилот программаһы эшләнгән. Уны тормошҡа ашырыу иң тәүҙә ете төбәктә – Башҡортостанда, Алтай, Ставрополь, Краснодар крайҙарында, Воронеж, Һамар, Новосибирск өлкәләрендә – башланасаҡ. Киләһе йылдан был сараны бөтә ил буйынса йәйелдереү күҙ уңында тотола. Шуға ла быйыл крәҫтиән ихаталарындағы һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуға әҙерләү – төп бурыс. Маҡсатҡа ярашлы матди-техник базаны йыһазландырыуға 530 миллион һум аҡса бүленә. Был хеҙмәт өсөн халыҡ түләмәйәсәк.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа барлыҡ хужалыҡтарҙа 460 мең баш һыйыр иҫәпләнһә, шуның 256 меңе – шәхси ихаталарҙа. Былтыр дөйөм иҫәптәгенең 47 проценты яһалма ҡасырылһа, 94-е – агросәнәғәт предприятиелары, 54-е – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 23-ө шәхси ихаталар өлөшөнә тап килә.
Был эште башлыса район ветеринария станциялары, шәхси эшҡыуарҙар һәм бер ни ҡәҙәрен ауыл хужалығы предприятиелары башҡара. Республикала бөтәһе 823 яһалма ҡасырыу үҙәге бар, улар белгестәр менән тәьмин ителгән.




Вернуться назад