Билдәһеҙ ятҡылыҡтар10.05.2016
Пермь дәүләт милли тикшеренеүҙәр университеты ғалимдары, аэрокосмогеологик эҙләнеүҙәр үткәреп, бығаса билдәһеҙ булған биләмәләрҙә нефть һәм газ ятҡылыҡтары барлығы ихтималлығын асыҡлаған.
Бындай урындар дүрт меңдән ашыу тип иҫәпләнһә, 850-һендә эҙләнеү эштәре үткәреү файҙалы булмаҡсы.
Ғалимдар Урал алдында 50 йыл буйына алып барылған эҙләнеү эштәренә анализ яһаған. Улар билдәләүенсә, нефть башлыса ерҙең өҫкө ҡатламында тупланған.
Ҡытай тракторы беҙҙә йыйыласаҡ
Башҡортостанда Ҡытайҙа етештерелгән тракторҙарҙы йыйыу һәм уларға запас частар эшләү заводы төҙөләсәк.
Ҡытай компанияһы эште “Башсельхозтехника” дәүләт унитар предприятиеһының Шишмә филиалында башларға ниәтләй. Ун тракторға тәғәйенләнгән комплект республикаға май урталарында киләсәк. Ә йәй башынан улар баҫыуҙарҙа һынау үтә башлар тип көтөлә.
Шоколадтың тәмен белеп алғас...
Быйыл Ҡытай Рәсәйҙең кондитер изделиеларын күпләп һатып ала башланы. Ике ай эсендә экспорт күләмен дүрт тапҡырға арттырып, унда бөтәһе 2,5 мең тонна шоколад оҙатылды.
Әлбиттә, Рәсәй Ҡытайға ғына түгел, башҡа илдәргә лә татлы ризыҡ һатыуҙы күбәйтте. Мәҫәлән, был йәһәттән Ҡаҙағстан беренсе урынды биләһә, икенсе – Беларусь Республикаһы.
Йыл башында беҙҙә шоколад һатыу 18 процентҡа үҫте. Аҡса менән һанағанда, ул 52,7 миллион долларға етте. Ондан етештерелгән изделиелар ҙа сит илдәр баҙарын лайыҡлы яулай – 15,6 процентҡа артты.