Көрсөккә бирешергә иҫәп юҡ04.05.2016
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьскийҙа булды. Ҡалала төбәктәге муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә арнап үткәрелгән кәңәшмәлә муниципалитет етәкселәре ҡатнашты.

Байтаҡ мәсьәләләр тикшерелде. Атап әйткәндә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, юл һалыу, торлаҡ һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөү, агросәнәғәт комплексына ярҙам, Рәсәй Президентының “май указдары”н үтәү хаҡында һүҙ барҙы.
Михаил Бабич менән Рөстәм Хә­митов ҡалалағы иң ҙур предприя­тиеларҙың береһен – пластмассанан көнкүреш тауарҙары сығарған “Альтернатива” заводын – ҡарап сыҡты. Етештереү эшмәкәрлеге менән танышҡас, компания етәкселеге менән импортты алмаштырыу, әҙер продукцияны экспортлау мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Заводтың генераль директоры Раил Фәхретдинов әйтеүенсә, предприя­тиеның тарихы 1988 йылда полиэтилен ҡапҡастар сығарыуҙан башланған. Артабан геофизика ҡорамалдары һәм аппаратураһы заводының майҙа­н­дары, элекке “Автоприбор” заводының буш биналарын һатып алғандар. Әле бында 2200-ҙән ашыу кеше эшләй, тәүлегенә 60 – 65 тонна полимер эш­кәртелә. Раил Фәхретдинов предприя­тиеның импортты алмаштырыу йәһәтенән әүҙем эшләүе хаҡында ла белдерҙе. Әле Рәсәй баҙарындағы пластмасса тауарҙарҙың 80 процентын үҙебеҙҙеке тәшкил итә. Етештерелгән продукция Рәсәйҙең төрлө төбәк­тәренә, БДБ һәм Евросоюз илдәренә сығарыла.
Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән саралар һөҙөмтәһендә биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре асыҡланды. Улар яҡын арала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты, федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары тарафынан ентекле тикшереләсәк.
– Октябрьский заводы – үҙенсәлекле предприятие. Кешеләр дәүләт ярҙамын файҙаланмайынса тиерлек ғәйәт ҙур эш башҡарған, юғары технологиялы сәнәғәт етештереүен ойошторған. Шуға күрә экспорт баҙарына продукцияны күпләп сығарыу, үҙебеҙҙең баҙарға мөмкин тиклем булышлыҡ итеү шарт. Хаҡ мәсьәләһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, – тине Михаил Бабич. – Бында ғәйәт оло ҡеүәттең тупланыуын аңлайбыҙ. Предприя­тиелағы тәжрибә миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

* * *
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Италияның Il Sole 24 Ore радиостанцияһына биргән интервьюһында: “Төбәк-ара кимәлдә Европа илдәре менән эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереү Рәсәйгә, шулай уҡ Евросоюзға ҡаршы санкцияларҙың эҙемтәләре йомшарыуына булышлыҡ итәсәк”, – тип белдерҙе.

– Италия менән Рәсәйҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Беҙ бизнесты, эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ. Санкция­ларҙың кире эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн мөмкинлектәр етерлек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эшлекле бәйлә­неш­тәрҙе киңәйтеү аша ошондай шарттарҙың йоғонтоһон кәметә алыр инек. Сөнки улар Рәсәй бизнесына ла, Италияныҡына ла зыян килтерә.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Италия Рәсәй иғлан иткән контрсанк­цияларға бәйле 4 миллиард евро самаһы килемен юғалтҡан. Ҡатмарлы иҡтисади хәлдә лә сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек дауам итә.
–Беҙҙә Австрия бизнесы яҡшы эшләй. Күптән түгел генә улар менән берлектә ағас эшкәртеү буйынса ҙур предприятие төҙөлдө. Медицина сәнәғәте өсөн порошок етештереүсе предприятие ла ойошторола. Әйткәндәй, сеймал үҙебеҙҙеке. Машиналар, авиация техникаһы, вертолеттар эшләү буйынса Франция предприятиелары менән бәйләнеш дауам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ауыл хужалығы өлкәһендә Голландия предприятиелары менән эш итәбеҙ. Улар беҙгә генетик яҡтан саф тоҡомло сусҡалар килтерә. Малды шулай уҡ Европанан, Австралиянан һатып алабыҙ. Беҙҙе, ғөмүмән, төрлө компаниялар ҡыҙыҡһындыра. Һуңғы ваҡытта хеҙмәттәшлек йәһәтенән Ҡытай ярайһы уҡ ҙур әүҙемлек күрһәтә.





Вернуться назад