Алманы ҡайҙа итергә?03.05.2016
Бығаса Рәсәйгә алма, грушаның башлыса Польшанан килтерелеүе мәғлүм. Әммә санкцияларға бәйле мөнәсәбәттең киҫкенләшеүе арҡаһында бөгөн ундағы баҡсасылар етди зарар күрә.
Бөтә донъя груша һәм алма етештереү ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл март башына ил келәттәрендә 804 мең тонна алма йыйылған. Был ғәҙәттән тыш күп. Былтыр, мәҫәлән, 724 мең тонна булып, 11 процентҡа аҙыраҡ ине. Шул иҫәптән уның байтаҡ өлөшө – айдаред сорты, тап ошо емеште улар беҙгә күпләп һата торғайны.
Шулай ҙа Рәсәй Евросоюз илдәренән индереү тыйылған продукцияға күҙәтеүҙе йәнә көсәйтте. Һөҙөмтәлә Польша емештәре бөтөнләй тиерлек кәмене. Элек поляктар беҙгә алмаһын ниндәйҙер кимәлдә башҡа илдәр аша сығып булһа ла һатыуға өлгәшә ине.
Хәҙер улар үҫтерелгәнен башҡаларға сығарыу әмәлен эҙләһә лә, беҙҙең кеүек күпләп алыусыларҙы таба алмай. Йәнә илдә алма аллергияһынан яфаланғандарҙың ҡырҡа артыуы күҙәтелә.