Беҙгә лә рөхсәт буласаҡ03.05.2016
Балтик диңгеҙендә һөмбаш (лосось) балығын тотоу буйынса ғәжәп хәл бөтәһен ғәжәпләндерә ине. Рәсәй закондары үҙенсәлеге арҡаһында беҙҙекеләр унда
2009 йылдан бирле табыш алыуҙан мәхрүм булды. Һөҙөмтәлә барлыҡ балыҡ европаларға эләкте.
Рәсәйҙә һөмбаш запасын һаҡлау һәм ишәйтеү йәһәтенән махсус программа тормошҡа ашырыла. Ленинград өлкәһендәге өс балыҡ үрсетеү заводы атлантик һөмбаш үрсетеү йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып бара. Һуңғы биш йылда ғына был предприятиелар тарафынан диңгеҙгә 3,2 миллион селбәрә ебәрелгән.
Киләһе йылдан Рәсәй Балтик диңгеҙендә балыҡ һөҙә башлау хоҡуғына эйә буласаҡ. Күптән түгел Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың ғалимдар менән берлектә үткәргән кәңәшмәһендә шундай ҡарарға киленгән. Тармаҡ белгестәре 2017 йылға атлантик һөмбаш тотоу күләмен яҡынса күҙаллау һөҙөмтәһен тәҡдим иткән. Дөрөҫ, әлегә был һанды әллә ни ҙур тип булмай – 34,6 тонна, шул иҫәптән Фин ҡултығында 5,2 тонна табыш көтөлә.