Сифаты алыштырғыһыҙ03.05.2016
Бала өсөн иң яҡшы һаналған ҡушымта аҙыҡтарҙы ла күкрәк һөтөнөң сифаты менән сағыштырып булмай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер әсәләрҙең сабыйҙы имеҙерлек һөтө юҡ. Тап ошо йәһәттән Рәсәйҙең “Балалар сәләмәтлеге ғилми үҙәге”ндә күкрәк һөтөнә донорлыҡ банкы эшләй.

Ике йыл эсендә балаһын имеҙгән 76 әсә донор булған. Бөтәһе 148 литрҙан ашыу күкрәк һөтө йыйылған, 55 сабый донъяға килеүҙең тәүге көндәренән үк файҙалы туҡланыу алған.
Һөҙөмтәлә һөт ҡушымталары ҡулланыу кәмегән, күкрәк һөтөнөң шифалы тәьҫире һөҙөмтәһендә стационарҙан са­быйҙарҙы иртәрәк сығарыу форсаты тыуған.
Белгестәр бындай банктың илдә берәү генә түгел, күберәк кәрәклеген белдерә. Ошо көндәрҙә был мөһим социаль проект “Алтын айыу балаһы” премияһы лауреаты булған.



Вернуться назад