Алмас менән гәүһәр кәрәкһә...03.05.2016
Владивосток портының эшмәкәрлеге киңәйә. Бында Рәсәйҙең Алмас үҙәге төҙөләсәк.

Был проект Алыҫ Көнсығыштағы портты үҫтереүгә, үҙ-ара сауҙаны киңәйтеүгә, транспорт инфраструктураһын һәм Приморье крайында транспорт маршрутын киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Ошо маҡсаттан сит ил граждандары өсөн портта ябай­лаштырылған виза режимы булдырылған. Шуға ла был үҙәктә Азия – Тымыҡ океан төбәктәрендәге илдәргә алмас менән гәүһәр һатыуҙы ойоштороу мәсьәләһе маҡсатлы күренә. Тәү сиратта һүҙ Ҡытай, Сингапур, Япония граждандары хаҡында бара.
Шулай уҡ белгестәр ҡыйбатлы таштарҙы һырлау һәм техник алмасты эшкәртеүгә йүнәлеш тотҡан инвесторҙар эҙләү менән мәшғүл. План буйынса, быйыл августа үтәсәк Көнсығыш иҡтисади форумы алдынан тәүге аҫылташ өлгөләрен күрһәтеү һәм һатыу күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Бынан тыш, үҙәк Азия – Тымыҡ океан төбәгендә аналитик мәғлүмәт йыйыу менән дә шөғөлләнәсәк.


Вернуться назад