Иң һөтлө һөт03.05.2016
“Россельхознадзор” илдең иң намыҫлы һөт етештереүселәрен билдәләне.
Был исемлеккә Башҡортостандан “Аллат” ойошмаһы (Стәрлетамаҡ районы) менән Миәкәләге һөт заводы индерелгән. Барлығы 36 предприятиеның ағы тикшерелгән. Федераль кимәлдәге белгестәр республиканың әлеге ике ойошма һөтөнөң сифатын юғары баһалаған.
Уңғандар ярҙам ала
Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы агросәнәғәт предприятиеларына даими маҡсатлы ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостандағы бүлексәһе 858 миллион һумлыҡ 20 кредит килешеүе төҙөгән.
Ошо көндәрҙә Бүздәктәге “Ф.Р. Хәбибрахманов” шәхси предприятиеһы 231 мең һум күләмендә кредит алды. Был аҡсаға уңғандар ҡыяр үҫтереү буйынса теплица комплексын төҙөп бөтөүгә иҫәп тота.
Әйткәндәй, Хәбибрахмановтар 1993 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Бөгөн улар йәшелсә үҫтереүҙе лә уңышлы алып бара. Яңы бина автоматлаштырылған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
Ҡойма ҡуябыҙ
– Беҙ ике яҡлы шәхси йортта ике ғаилә йәшәйбеҙ. Әле ихатаның уртаһынан ҡойма ҡуйырға булдыҡ, әммә күршебеҙ риза түгел. Был мәсьәләне нисек хәл итергә мөмкин?
– Беренсе сиратта шуны иҫәптә тотоғоҙ: ҡойма ыҙанлау сиге буйынса ғына үтергә тейеш. Артабан архитектура бүлегендә унда ҡойма ҡуйыуҙы сикләү бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлағыҙ. Күршеләр менән бәхәсте иһә суд тәртибендә хәл итергә мөмкин.
Дәүләт теркәүе мөһим
– Йорт һатып алғайныҡ. Нотариустан раҫлатылған килешеү ҙә бар. Быға тиклем дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ алыуҙы кәрәк тип тапманым. Әле бындай документ алыу мөмкинлеге бармы?
– Милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ алыуҙа бер ниндәй ҙә ваҡыт сикләүе юҡ. Тимәк, һеҙ быны теләгән ваҡытта эшләй алаһығыҙ, шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш ителә, сөнки дәүләт теркәүе таныҡлығы үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы иҫбатлау һәм милкегеҙгә бәйле төрлө мутлыҡтан һаҡланыу мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, бындай документ алмайынса тороп, һеҙ унда теркәлә лә, фатирығыҙҙы һата ла, мираҫҡа ҡалдыра ла алмайһығыҙ.