Бишбармаҡһыҙ табындың ни йәме?03.05.2016
Бишбармаҡһыҙ табындың ни йәме? Мәғлүм булыуынса, сит ил санкциялары үҙебеҙҙә сифатлы тауар етештереүгә яңы мөмкинлектәр асты. Эшҡыуарҙар был аҙымды хуплап ҡаршы алды.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның өҫтөнлөк ала барыуы күҙәтелә. Хәҙер ит, һөт, икмәк янында милли ризыҡ­тарыбыҙҙан бал, ҡымыҙ, ҡаҙы, талҡан, бишбармаҡты ла осратырға мөмкин. Һуңғыһын, мәҫәлән, Сибайҙа йәшәгән эшҡыуар Рәғиҙә Илбулова һатыуға сығара һәм киләсәктә донъяға танытыу теләге менән яна.
– Һатыусы булып эшләгәндә, кеше­ләрҙең әрмән халҡының милли ризығы лавашты күпләп һатып алыуын күҙәтә торғайным, – ти ул. – Шул саҡта башыма бер уй килде. Әгәр ҙә ошо кәштәләрҙә үҙебеҙҙең бишбармаҡ урын алһа, уны һатып алыусылар табылырмы? Эйе, бала саҡтан яратып ашаған ризыҡты хәҙер һәр төбәктә төрлөсә әҙерләйҙәр, ул хатта һатыуҙа ла бар. Әммә беҙҙеңсә түгел. Уйымды тормош иптәшем Рөс­тәмгә әйттем, ул да теләгемде хупланы.
Рәғиҙә Ришат ҡыҙы сығышы менән Баймаҡтың Иҫәнбәт ауылынан. Шун­лыҡтан эшен тыуған районында теркәй, әсәһе исеменә шәхси предприятие аса. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы нигеҙендә субсидия ала. Бирелгән аҡсаға ҡамыр баҫыу һәм йәйеү станогы йүнләп, ата-әсәһенең буш торған хужалыҡ бинаһын бишбармаҡ етештереү цехы итеп ҡулайлаштыра. Тәүҙә яҡын­дарының, иренең ярҙамы менән эш башлай, артабан ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙы саҡыра, әммә тотонорға йөрьәт иткәндәр табылмай.
Һөҙөмтәлә башлаған эшен ярты юлда туҡтатырға күнекмәгән ҡатын бишбар­маҡты үҙе әҙерләй башлай: ҡамыр баҫа, йәйә, шаҡмаҡлап ҡырҡа. Артабан ғаилә, Сибай ҡалаһының Бизнес-үҙәгенә мөрә­жәғәт итеп, буш торған бүлмәне ҡуртымға алып, уны бишбармаҡ етештереү цехына әйләндерә. Һигеҙ кешегә эш урыны булдырыла. Ҡамыр станокта баҫыла һәм йәйелә, егәрле ҡатын-ҡыҙға уны шаҡмаҡлап ҡырҡыу ғына талап ителә. Көнөнә 100–120 килограмм бишбармаҡ етештерелә, продукция Сибай ҡала­һының “Зөмәрә” күмәртәләп һатыу базаһына, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарына һатыуға сығарыла.
2014 йылда “Илбулов” шәхси пред­приятиеһы, “Башҡортостан продукттары” проектында ҡатнашып, сифатлы тауар билдәһенә эйә була. Ошо уҡ йылда баш ҡалала үткән “БашПродЭкспо” төбәк-ара күргәҙмәһендә I дәрәжә диплом һәм алтын миҙал менән бүләкләнә. Күптән түгел Рәғиҙә Илбулова, Өфөлә ойош­торолған “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашып, II дәрәжә диплом һәм көмөш миҙал яулай.
Ҡасандыр мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина үҙенең “Бишбармаҡ” бейеүе менән бар донъяны таң ҡалдырһа, тырыш һәм уңған Рәғиҙә Илбулова үҙе етештергән бишбармаҡтың данын Рәсәйгә генә түгел, ә тотош донъяға таратырға хыяллана.


Вернуться назад