Бензинға хаҡ артырмы?13.03.2012
Һуңғы ваҡыт Рәсәйҙә бензин хаҡы бер аҙ тотороҡланды. Быға илдә президент һайлауҙары үтеүе лә йоғонто яһағандыр. Сөнки сәйәси яҡтан ҡатмарлы һәм хәл иткес мәлдә яғыулыҡҡа хаҡты арттырыуҙың халыҡтың кәйефенә, һис шикһеҙ, кире тәьҫир итәсәге һәр кемгә мәғлүм. Шуға күрә ил етәкселеге быға юл ҡуйырға теләмәне.
Әммә ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, һайлауҙар үткәндән һуң яғыулыҡҡа хаҡтың ҡапыл артыу хәүефе бар. Ябай халыҡ та шулай күрәҙәлек ҡыла. Хаҡтар ҡапыл артырмы, әллә быға бер аҙ ваҡыт талап ителерме – хәҙер күптәрҙе ошо һорау борсой. Яғыулыҡ станцияларында әлегә үҙгәрештәр һиҙелмәһә лә, бензинға күмәртә хаҡтары февраль аҙағында уҡ 6 процентҡа артты.
Былтыр декабрҙән алып Рәсәйҙә автомобиль яғыулығына хаҡ бер кимәлдә ҡалып килде, ә ҡайһы саҡта хатта бер аҙға арзанайҙы. Шулай ҙа ил буйынса ул бер-береһенән һиҙелерлек айырыла: мәҫәлән, АИ-92-нең литры Томскиҙа 24,5 һумдан башланһа, Анадырҙа ул 41 һумға тиклем етә икән.
Күмәртәләп һатыусылар донъя баҙарында нефткә хаҡ артыуын күреп, һайлауҙар үткәнен дә көтөп торманы. Хатта илдә яғыулыҡ һуңғы айҙа 4-5 процентҡа күберәк етештерелеүгә ҡарамаҫтан. Белгестәр фекеренсә, хәҙер нефтте үҙебеҙҙә ҡалдырыуға ҡарағанда сит илдәргә сығарыу табышлыраҡ: әле Рәсәй биржаһында АИ-95-тең тоннаһы өсөн яҡынса 29 мең һум һораһалар, экспорт хаҡы 32 меңгә барып етә.
Ил етәкселеге менән нефть компаниялары араһында быйыл ғинуар — февраль айҙарында хаҡтарҙың тотороҡлолоғон һаҡлау тураһындағы килешеүгә ярашлы, яғыулыҡ станцияларында хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалды. Белгестәр, ғинуар — март айында уны “ауыҙлыҡлап” тотоуҙан нефтселәрҙең дөйөм юғалтыуы 1 миллиард доллар тирәһе тәшкил итәсәк, тип белдерә.
Шулай ҙа хөкүмәттең киләсәктә лә был тармаҡта хаҡтарҙы “ауыҙлыҡлау” маҡсатында нефтселәр менән өр-яңы килешеүгә барыуы мөмкин. Әммә нефткә хаҡ артҡан саҡта яғыулыҡтыҡын бер кимәлдә тотоу, һис шикһеҙ, ҡатмарлы буласаҡ. Әгәр нефтселәрҙе эске баҙарҙа бензинды арзаныраҡҡа һатырға өгөтләүгә өлгәшкәндә лә, уларҙың килеменән һиҙелерлек күләмдә артҡан акциз түләүе өсөн дә “өлөш сығартыу” еңел булмаясаҡ. Шуға ла күптәр иртәме-һуңмы яғыулыҡҡа хаҡ артыр тигән фекерҙә. Һуңғы бер-ике айҙа ул 1-1,5 һумға ҡиммәтләнәсәк тип фаразлай белгестәр. Быға автоһәүәҫкәрҙәрҙең яҙғы әүҙемлеге һәм баҫыуҙарҙа сәсеү эштәре башланыуы ла йоғонто яһаясаҡ.
Әммә хөкүмәт һәр яҙ һайын яғыулыҡҡа хаҡты арттырмаҫҡа өгөтләү өсөн сәбәп табып тора. Бөгөн көндән-көн нефткә хаҡ күтәрелгәндә “ҡара алтын”ды экспортлау пошлинаһын арттырыу урынына уны кәметеү ошондай етди сәбәпкә әйләнә ала. Ни тиһәң дә, донъя баҙарында нефть февралдә генә 11 процентҡа ҡиммәтләнде. Ә бына нефтселәр үҙҙәре яғыулыҡҡа хаҡты арттырыу тураһындағы һорауға аныҡ ҡына яуап бирмәй: “бөтәһен дә баҙар хәл итә”. “Лукойл”да хәбәр итеүҙәренсә, тармаҡ был мәсьәләне көйләү буйынса үҙ тәҡдимен индергән: нефттең барреленә хаҡ 100 долларҙан артҡан хәлдә, акциздар кәмергә тейеш. Хөкүмәттән быға әлегә бер ниндәй ҙә яуап алынмаған.
Ил етәкселеге тармаҡта хаҡтарҙың артыуы менән килешеүҙәр ярҙамында ғына түгел, нефтселәргә ҡарата киҫкен саралар ҡулланып та көрәшә. Мәҫәлән, яңыраҡ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең “ТНК-ВР”-ға 1,38 миллиард һум күләмендә штраф һалыуы мәғлүм булды. Сәбәбе – компания автомобиль бензины баҙарында 2011 йылдың беренсе-икенсе сирегендә хаҡтарҙы махсус рәүештә юғары кимәлдә тотҡан. Былтыр декабрҙән федераль хеҙмәт бер нисә нефть компанияһына штраф һалды: “Газпромнефть” (980 миллион һум), “Башнефть” (778 миллион һум), “Лукойл” (609 миллион һум). Был исемлеккә “ТНК-ВР” менән “Роснефть” тә инә.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй кеүек нефткә бай Норвегияла ла бензинға хаҡ уғата артҡан. Бында эске баҙарға бер ниндәй ярҙам юҡ, бөтәһе лә бизнес ҡанундарына ярашлы башҡарыла. Үткән айҙың аҙағында АИ-95-тең хаҡы 15 крондан ашҡан (яҡынса 78,5 һум). Ә өс йыл элек бензин бында ни бары 10,5 крон тирәһе торған. Төп сәбәп – һалымдарҙың үтә юғары булыуы. Бензин хаҡының 60 процентын тап һалым тәшкил итә икән.
Беҙҙең республикала ла яғыулыҡҡа хаҡтар йыл башынан әллә ни үҙгәрмәне. АИ-92-нең хаҡы 24,5 – 26 һум тирәһендә тирбәлһә, АИ-95-теке 28,45 һумға тиклем етә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад