Тимур һәм уның проекты29.04.2016
Тимур һәм уның проекты Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се гимназия уҡыусыһы Тимур Яҡупов уҡыусыларҙың тикшеренеү һәм проектлау эштәре баһаланған “Юғары пилотаж” асыҡ конкурсында эшҡыуарлыҡ йүнәлеше буйынса еңеп сыҡты. Сараны “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли тикшеренеү университеты үткәргәйне.
Рәсәйҙең 45 төбәгенән һәм БДБ илдәренән 350-гә яҡын кеше ҡатнаш­ҡан ярыш 14 йүнәлеш буйынса ойошторолдо. Ситтән тороп үткәрелгән этапта конкурсанттар үҙҙәренең проектын йә булмаһа тикшеренеү эшен тәҡдим итергә тейеш ине.
Тимур Яҡупов Өфөлә “Спорт-парк” спорт-һауыҡтырыу комплексын ойоштороу проектын күрһәтте. Был комплексҡа ҡаяға үрмәләү, арҡан паркы, ГТО нормаларын үтәү, пейнтбол һәм паркур майҙансыҡтары инә.
– Был проект мин ҡыҙыҡһынған йүнәлештәр менән бәйле. Туризм менән мауығам, спорт разрядына эйәмен, – тине Тимур. – Өфөлә бындай комплекс юҡ, шунлыҡтан туристар күнекмәләр яһай, тәжрибә туплай алмай.
Юғары иҡтисад мәктәбе директоры Тамара Протасевич әйтеүенсә, “Юғары пилотаж” йәштәрҙең һәләтен асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Проекттарға килгәндә, улар мәктәптә алған белем аша ысынбарлыҡты күрә белеү, уны үҙгәртеү һәләтен үҫтереүгә ҡоролорға тейеш. Теге йәки был тикшеренеү менән шөғөлләнгәндә яңы белем алыу өсөн тупланғанын файҙаланыу шарт.
“Юғары пилотаж”да еңгән ХI класс уҡыусылары, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса Юғары иҡтисад мәктәбенә инергә теләһә, шәхси ҡаҙаныштары өсөн 4 балл ала. Призерҙарға иһә 3 балл өҫтәлә.


Вернуться назад