Пенсияға сығып булырмы?26.04.2016
11 апрелдә Беларусь президенты Александр Лукашенко пенсия йәшен оҙайтыу хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Унда ирҙәр – 63 йәштән, ә ҡатын-ҡыҙ 58-ҙән хаҡлы ялға сығасаҡ. Был алым тиҙҙән Рәсәйҙә лә ҡулла­ны­ласаҡ, ти белгестәр. “Бындай ҡарар бигүк яҡшынан түгел, әммә кәрәкле, һәм ул ҡабул ителәсәк, – тигәйне Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев.

Беларусь Республикаһынан өлгө алып, ундай закондың быйыл көҙ беҙҙә лә ҡабул ителеүе ихтимал, ти иҡтисадсылар. Ҡатындарға – 55 йәштән, ә ирҙәргә 60-тан хаҡлы ялға сығыу элекке союздаштарҙан Рәсәйҙә, Үзбәкстанда һәм Беларуста һаҡланып килде. Әммә эшселәр һаны кәмей барып, пенсионерҙар артҡанда, бындай саралар заман талабы булып тора. Ә рәсәйҙәр нисә йәштән пенсияға сығыр һуң?
Әлегәсә уның ике варианты ҡарала. Тәүгеһе – бөтәһен дә 63 йәштән хаҡлы ялға оҙатыу. Икенсе ысул: ҡатын-ҡыҙ – 60 йәштә, ә ир-ат – 65-тә. Нисек кенә булмаһын, был үҙгәреш күптәрҙе хафаға һала. Эшһеҙлектең дә бермә-бер артыуы ихтимал.


Вернуться назад