Мысырға ашыҡмағыҙ!26.04.2016
Рәсәй Хөкүмәте быйыл туристарҙы Мысырға ебәрергә ашыҡмай. Былтыр Шарм-эль-Шейхтан ҡайтып килгән А321 самолеты шартлағандан һуң был ил менән бәйләнештәр туҡтатылғайны. Һөҙөмтәлә Мысырға бөтә авиамаршруттар ҙа ябылды.
Фажиғәнән һуң ярты йыл уҙһа ла, ғәйепле ил хаталарын төҙәтеп бөтмәгән. Яңыраҡ ҡына Мысыр аэропорттарының береһендә йәнә күңелһеҙ хәл ҡабатланды: террорсылар EgyptAir авиалайнерын ҡулға алған. Был күренеш иһә илдәге һауа транспортының пассажирҙар өсөн хәүефле булыуы хаҡында һөйләй.
Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко белдереүенсә, Мысыр хәүефһеҙлек сараларын күрмәһә, йылы яҡҡа авиамаршрут асылмаясаҡ.