Ағас кәрәк булһа26.04.2016
Башҡортостанда халыҡҡа ағас биреүҙең яңы нормалары раҫланды. Яңы законға ярашлы, һәр кем йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр ағас алыу хоҡуғына эйә. Биш йылға бер тапҡыр өйҙө ремонтлауға – 25, ихата ҡаралтылары төҙөүгә 50 кубометр алып була. Утын иһә йыл һайын 20 кубометр күләмендә бирелә.
Бынан тыш, шәхси йорт төҙөү өсөн ере булған граждандарға ағас алыуҙа өҫтөнлөк билдәләнгән. Бығаса өй һалыуға 150 кубометр бирелә ине. Әммә был бик күп, тип билдәләй белгестәр. Иҫәпләүҙәр буйынса, 10х10 метр ҙурлыҡтағы йортто күтәрер өсөн 110 кубометр ҙа етә. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, былтыр халыҡҡа 1,1 миллион кубометр ағас бирелгән.