Иген, үҫемлек майы етерлек26.04.2016
“Алдағы биш йылда Рәсәй иген етештереүҙе 118 миллион тоннаға еткерергә тейеш”, – тип белдерҙе ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Джамбулат Хатуов “Бөгөнгө Рәсәй ауылы” тигән йыйында.

Мәғлүм булыуынса, былтыр бураларға 104, 8 миллион тонна ашлыҡ һалынған. Быйыл да ошонан кәм булмаҫҡа тейеш.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй донъяла игенде күпләп үҫтереү йәһәтенән түгел, экспортҡа оҙатыу буйынса ла алдынғы булып танылды. Беҙ йыл да ситкә 30 миллион тонна самаһы ашлыҡ һатабыҙ.
Рәсәй бәрәңге, шәкәр, үҫемлек майы менән үҙен тулыһынса тәьмин итһә лә, һөт әлегә аҙыраҡ – 81 процент. Һыйыр итенең дә наҡыҫлығы һиҙелә.
Башҡортостанда быйыл сәсеү эштәре 2 миллион 50 мең гектар майҙанда үткәрелһә, шуның 1 миллион 331 мең гектарын иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар биләйәсәк.


Вернуться назад