Үҙебеҙҙеке кәрәк, үҙебеҙҙеке!26.04.2016
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдереүенсә, һуңғы ике йылда йәшелсәселек инвесторҙарҙың төп иғтибарын йәлеп иткән тармаҡҡа әүерелде. “Ун йыл әүәл инвесторҙар араһында башлыса малсылыҡ йәки иген үҫтереү буйынса проекттар хаҡында һүҙ алып барылһа, хәҙер улар йәшелсә үҫтереү зарурлығы хаҡында әңгәмәләшә. Ысынлап та, был – кәрәкле йүнәлеш”, – ти ул был хаҡта.


Былтыр министрлыҡта теплицалар төҙөү һәм булғандарын яңыртыу юҫығында 34 миллиард һумлыҡ 25 инвестиция проекты һайлап алынған һәм был маҡсатҡа тәүге миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Быйыл ярҙам йөҙөнән йәнә өс миллиард һум биреләсәк. Ағымдағы йылда был комплекстарҙың йөҙ мең тоннаға күберәк йәшелсә үҫтереп алырға мөмкинлек биреүе көтөлә.
Әлегә Рәсәй йәйге, көҙгө айҙарҙа үҙен йәшелсә менән 90 процентҡа тәьмин итә. Әммә йылдың башҡа миҙгел­дәрендә үҙебеҙҙең теплица аҙыҡтары ҡулланыусыларҙың ни бары яртыһына ғына етә.
Алдағы биш йылда сит ил йәшелсәһенән тулыһынса азат булыр өсөн уңышты йәнә бер миллион тоннаға арттырырға, ә бының өсөн ике мең гектар майҙандан да кәм булмаған заманса теплица төҙөргә кәрәк. Шулай уҡ 1,5 миллион тоннаны асыҡ һауала үҫтереү мөһим.
Әйткәндәй, былтыр йәшелсә етештереү дүрт процентҡа артып, 16,1 миллион тонна тәшкил итте, шул иҫәптән теплицала – 750 мең тонна. Тармаҡта импорт 15 процентҡа ҡыҫҡарып, 2,6 миллион тоннаға ҡалды
Бөгөн Рәсәйҙә дөйөм майҙаны ике мең гектар тәшкил иткән 170 теплица предприятиеһы бар. Башҡортостанда иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе булған “Алексеевка”ның теплица хужалығы иһә – 400 гектар самаһы. “Артабан да ошо йүнәлештә үҫешәсәкбеҙ. “Алексеевка” комплексын яңыртырға ниәтләйбеҙ”, – ти был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Фермер Фәвил Хәбибрахмановтың “Бүздәк” теплица комплексы ла уңышлы эшләй. Киләһе йылда икенсе сираты сафҡа ингәс, хужалыҡтың етештереү майҙаны 12 гектарға тиклем еткереләсәк, йылына туғыҙ мең тонна йәшелсә үҫтереләсәк. Шуның менән бергә 200-гә яҡын өҫтәмә эш урыны булдырыласаҡ. Әлегә ике этапта дөйөм майҙаны 3 гектарлыҡ теплица комплексы төҙөлгән. Йәнә Туймазы, Шаран райондарында шәхси хужалыҡтар теплицала күпләп помидор, ҡыяр үҫтерә.
Министр шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, заманса йәшелсә һаҡлағыстар һәм күмәртә-бүлеү үҙәктәре төҙөү, тышҡы баҙарҙы өйрәнеү зарурлығына иғтибар йүнәлтте. “Биш йылда йәшелсә һаҡлау ҡеүәтен 1,5 тапҡырға арттырыу (былтыр 7 миллион тонна булһа, 2020 йылға 10,5 миллион тоннаға еткереү) зарур. Быйыл йәшелсә һәм картуф һаҡлағыстар төҙөү һәм яңыртыу өсөн туранан-тура киткән сығымдарҙың 20 процентын кире ҡайтарыу өсөн 1,8 миллиард һум аҡса ҡаралған”, – тине ул.
Министр билдәләүенсә, үҫтерелгән бәрәңгенең һәм йәшелсәнең 80 проценты фермерҙар, шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә. Шуға бөгөн һаҡлағыстарҙы киңәйтеү, аҙыҡ төрөүҙе, ташыуҙы, һатыуҙы яйға һалыу өсөн кооперацияның үҫеше мөһим. Быйыл ауыл ерендә кооперация эшмәкәрлеге өсөн бүленгән дәүләт ярҙамы 2,5 тап­ҡырға артып, 1 миллиардҡа еткән.


Вернуться назад