Хаҡ хаҡты ҡыуа26.04.2016
Хаҡ хаҡты ҡыуа 1 апрелдән илдә бензинға һәм дизель яғыулығына акциздар күтәрелде. Әммә бындай үҙгәрештәр һис кенә лә ҡулланыусыларҙы автомобилдәренән баш тартырға мәжбүр итмәй. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, күптәр газ яғыулығына өҫтөнлөк бирә йәки “тимер ат”тарын бәләкәйерәк моторлыға алмаштыра.


Ҡайһы бер илдәрҙә юғары акциздар кире эҙемтә тыуҙыр­ған да инде – “ҡара бензин” күләме артҡан. Мәҫәлән, Төркиәлә йәшерен етештереү һәм Ираҡтан контрабанда юлы менән яғыулыҡ индереү мәсьәләһе көнүҙәк. Сингапурҙа был проблеманы үҙҙәренсә хәл итәләр: Малайзияла осһоҙ бензин ҡоймаһындар өсөн илдән сыҡҡанда автомобиль багының кәм тигәндә 3/4 өлөшө яғыулыҡ менән тулы булыуын контролдә тоталар.
Юғары акциздар инфляцияла ла сағыла. Рәсәй яғыулыҡ союзының мәғлүмәттәренән күренеүенсә, теләһә ниндәй тауарҙың хаҡында уны ташыу хаҡы 10-15 процент тәшкил итә. Йәғни бензинға хаҡ 35 про­центҡа арта икән, магазин кәштәләрендәге тауар 4 про­цент­ҡа ҡыйбатлана. Аңлайыш­лыраҡ итеп әйткәндә, һөт яңыраҡ ҡына 40 һум тора ине, хәҙер – 42 һум. “Автостат” агент­лығы хәбәр итеүенсә, 2014 йылда Рәсәй халҡы 2,7 триллион һумлыҡ яғыулыҡ (эске тулайым продукттың 4 проценты) һатып алған. Тауарҙарға транспорт өсөн өҫтәлгән хаҡ та шунса тәшкил итә инде.


Вернуться назад