Халыҡ яҡшы йәшәһен тип...22.04.2016
 Халыҡ яҡшы йәшәһен тип... Башҡортостанда минималь эш хаҡы буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы,
1 майҙан иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн республикабыҙҙа минималь эш хаҡы – 6 900 һумдан 8 900 һумға тиклем, ә бюджет секторы ойошмаларында 7 500 һумға хәтлем күтәрелеүе күҙ уңында тотола.


– Сарала ҡатнашыу шәхсән минең өсөн бик мөһим, сөнки төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу – граждандар мәнфәғәтен күҙ уңында тотоу, социаль йәмғиәттә ғәҙеллекте юллау етди мәсьәләләр булып тора, – тине рес­публика Башлығы Рөстәм Хәми­тов. – Халыҡтың хеҙмәт килемдәрен арттырыуға булышлыҡ итеү – республика Хөкүмәтенең төп бурыс­тарының береһе. Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, киләсәктә лә кешеләр тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ, эш биреүселәр менән әүҙем хеҙмәттәш­лекте яйға һаласаҡбыҙ, лайыҡлы хеҙмәт хаҡын түләүҙе һәм, ғөмүмән, тормош кимәлен яҡшыртыуҙы талап итәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, былтыр ҡатмарлыҡтар осраһа ла, көрсөккә ҡаршы саралар ваҡытында күрелгәс, республикала иҡтисади хәлдең ҡаҡшауына юл ҡуйылмаған. Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡаҙнанан 24 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, бихисап тармаҡтарҙа – етештереү сәнәғәтендә, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәға­рифта, социаль хеҙмәт күрһәтеүҙә – эш хаҡының үҫеш темпы дүрттән ете процентҡа тиклем тәшкил иткән. Үҙ сиратында был республика буйынса уртаса эш хаҡының үҫешенә килтер­гән. Хәлде яҡшыртыуҙа төрлө алымдар ҡулланырға кәрәк: профсоюз­дарҙы, бүтән йәмәғәт ойошмаларын, инвесторҙарҙы йәлеп итеү зарур, төрлө граждандар хәрәкәтенең, мәрхәмәт ойошмаларының проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу мөһим.
– Беҙ – ҡеүәтле республика. Ая­ғында ныҡлы баҫып торған эре хужалыҡтар күп, улар эшсән­дә­ре­нә лайыҡлы эш хаҡы түләү мөм­кинлегенә эйә. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым, бәләкәй эшҡыуарлыҡта конкурент­лыҡҡа ҡамасауларға уйыбыҙ юҡ, әммә хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәтен яҡларға бурыслыбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.




Вернуться назад