Алтынға байыныҡ19.04.2016
Алтынға байыныҡ – Рәсәйҙең Үҙәк банкы алтын һатып алыу буйынса февралдә иң алдынғылар рәтенә сыҡҡан тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫмө?

МВФ (Халыҡ-ара валюта фонды) 1935 йылдан барлыҡ илдәрҙең финанс мәғлүмәттәрен йыйыу менән шөғөлләнә. Быйыл­ғы февраль айы йомғаҡтары буйынса Үҙәк банк һатып алған алтын 356 мең унций (11 036 килограмм, 999-сы пробалы) тәшкил иткән. Таможня союзы буйынса күршебеҙ Ҡаҙағстан да үҙенең алтын запасын ишәйтә бара. Үткән осорҙа улар 85 мең унций (2635 килограмм) ҡыйбатлы металл туплаған.
Әлегә ни сәбәптәндер МВФ үҙенең даими статистикаһына Ҡытайҙы индермәй. Мәғлүмәттәр буйынса, ҡыш аҙағына Пекиндың Менделеев таблицаһындағы 79-сы элементты 320 мең унций (9920 килограмм) самаһы алыуы билдәле. Һатыу буйынса һуңғы йылдарҙа Төркиәгә еткән ил юҡ. Февралдә Анкара 1,2 миллион унций (37 326 килограмм) алтынды сауҙаға сығарған.
Ә бына элек алтын запасы буйынса донъялағы ун ил иҫәбенә ингән Канаданың күрһәткесе түбән тәгәрәй – уның иҫәбендә ни бары 100 унций (өс килограмдан саҡ ҡына күберәк). 80 йыл эсендә Канада етәкселәре тәү тапҡыр үҙҙә­ренең барлыҡ аҫылташын “осороп” бөтә яҙған. Февралдә улар 21 851 унций (679,5 килограмм самаһы) алтын һатҡан.


Вернуться назад