Мәғлүм булыуынса, Күмертау Рәсәйҙәге өс йөҙҙән ашыу моноҡала исемлегенә индерелгән. 2014 йылда Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошондай тораҡтарға ярҙам йөҙөнән махсус Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Ул төбәктәрҙең хәлен яҡшыртыу, инвестиция проекттарын бойомға ашырыу буйынса эш алып бара.Ошо көндәрҙә Маячный ҡасабаһында май һығыу заводының ҡеүәтен арттырыу өсөн республикаға 7,3 миллион һум күләмендә тәүге аҡса килде. Был сумма тәү сиратта газ үткәргестәр һәм юғары вольтлы электр линияһы һуҙыу өсөн тотоноласаҡ.
Төҙөлөштөң инициаторы – “Сигма” холдинг компанияһына ингән “Элеватор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Предприятие һалымға ташлама рәүешендәге дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итә. Проект буйынса май һығыу заводы биналары, экстракциялау һәм рафинациялау цехы, транспорт-логистик компания төҙөү һәм элеваторҙы тергеҙеү күҙаллана.
Тәүге ике этапта яҡынса 3,7 миллиард һум аҡса тотонола. Инвестицияның дөйөм күләме алты миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Барлыҡ уй-ниәттәр тормошҡа ашһа, төбәктә 600 эш урыны булдырыласаҡ.