“Осоусы мотоцикл”19.04.2016
Хайран итә был ҡытайҙар! Сираттағы яңылығы менән тағы күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырҙылар. Лас-Вегаста үткән шоуҙа пилотһыҙ “оса торған мотоцикл”ды халыҡҡа күрһәттеләр.
Яңы машинаны улар экологик йәһәттән иң таҙа һәм аҡыллы тип иҫәпләй. Уның менән уртаса алыҫлыҡтағы урынға йәһәт кенә барырға мөмкин. Транспорт әллә ни бейектән осмай. Идара итеү ҙә үтә ҡатмарлы түгел. Бының өсөн танытма ла, лицензия ла кәрәкмәй. Пилотҡа машинаның кабинаһына ултырып, смартфон ярҙамында ни бары “осоу”, “төшөү” кеүек ике команда бирергә кәрәк.
– Пассажир мотоциклда осоу өсөн уҡырға, лицензия алырға тейеш түгел. Ул төймәгә баҫыу менән аппарат вертикаль рәүештә күккә күтәрелә һәм бер ни ҡәҙәр ваҡыттан тәғәйен урынға барып төшә, – ти уйлап табыусы Деррик Сюн.
Машина ике сәғәт самаһы электр тогы менән зарядлана һәм 23 минут тирәһе оса ала. Уның кабинаһына бер кеше ултыра һәм йәнә ҙур булмаған багаж өсөн дә урын бар. Кондиционер кабиналағы йылылыҡты көйләй, ут бар.
“Осоусы мотоцикл” 200 килограмм тарта һәм ерҙән 300 – 500 метр бейеклектә сәғәтенә 100 километр тиҙлек менән оса. Конструкторҙар, был хәрәкәт хәүефһеҙ, әгәр берәй боҙоҡлоҡ килеп тыуһа, техника имен-аман килеп төшһөн өсөн тотороҡло система менән йыһазландырылған, ти. Әле был транспорт менән төрлө урманлы төбәктәрҙә 184 тапҡыр тәжрибә уҙғарылған.
Компания аппаратты шәхси автомобилгә дәғүәсе рәүешендә тәҡдим итмәксе. Уға ултырып эшкә, йәғни ҡала араһында йөрөргә мөмкин. Дөрөҫ, әлегә яңы транспорт ни бары 16 километр алыҫлыҡҡа ғына оса һәм 118 килограмға тиклем пассажир, йөк ташый ала. Шулай ҙа әле үк уны һатып алырға теләүселәр бар.
“Осоусы мотоцикл” 200 – 300 мең доллар самаһы тора.