Хоҙай аҡтан айырмаһын19.04.2016
Хоҙай аҡтан айырмаһын Башҡортостан һөт менән үҙен 130 процентҡа тәьмин итә – бер кешегә 445 килограмм һөт етештерелә.

Былтыр республикала 1 миллион 812 мең тонна аҡ алынып, ул Рәсәйҙә алдынғы урынды биләне. Һөт аҙыҡтарының 80 проценты үҙебеҙҙә эшкәртелә. Пред­приятиеларға килгән 578 мең тонна һөттөң 10 проценты самаһы халыҡтан йыйыла, 150 мең тонна­һы күрше төбәктәрҙән килте­релә.
– Сит илдәр иғлан иткән санкциялар беҙҙең файҙаға булды, – ти ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһан­шин. – Һөҙөмтәлә тармаҡ­тың күп өлкәләрендә, шул иҫәптән сыр, аҡ май етештереү күләме артты.
Бөгөн магазин кәштәләрендәге продукцияның 80 проценты – республиканыҡы. Шул уҡ ваҡытта һөт һатып алыу хаҡы көнүҙәк мәсьә­лә булып ҡала. Был юҫыҡта миҙгелгә ҡарап үҙгәргән хаҡты көйләү, етеш­тереүҙең табышлы­лығын артты­рыуға ярҙам итеү өсөн Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә һөтсөлөк интервенция­һы буйынса эш алып барыла.
– Башҡортостан етештереүсе­лә­ре быға әҙер, – ти Азат Йыһан­шин. – Эшкәртеү ҡеүәте етерлек, барлыҡ санитар нормаларға һәм хәүеф­һеҙлек талаптарына яуап биргән келәттәр бар.
Әйткәндәй, республикала һөт аҙыҡтарын етештереүгә айырым иғтибар бирелә. Өфөлә һөт аҙыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү һәм үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы продукцияны пропагандалау маҡ­сатында 2011 йылдан “Һөт иле” байрамы ойошторола.


Вернуться назад