Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙы ҡытыҡлаған, иренде тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге булып ҡалған ауыл ҡаласы. Ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ бешергән иң тәмле ризыҡтарҙың береһе, сифаты юғары, телеңде йоторлоҡ хуш еҫле ауыл әпәкәйе. Ауылдыҡы, тим, сөнки ҡомалаҡтан баш яһап эшләнгән икмәкте һәр саҡ өй мейесендә генә осратырға була ине. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ундайҙы һәр районда һатып алырға мөмкин. Күп эшҡыуарҙар уны бешереүҙә тап ҡомалаҡ әсеткеһен ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә.
Хәйбулла районында Көнһылыу Вәлиеваның икмәген халыҡ эҙләп ала тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Күптән түгел асылған икмәк цехы янындағы магазиндан кеше өҙөлмәй. Көнһылыу Мәхмүтйән ҡыҙы сауҙа өлкәһендә яңы кеше түгел, һатыусылыҡ – уның ҡанында. Оҙаҡ йылдар райпо системаһында һатыусы булып эшләй, ә дәүләт магазиндары ябылғас, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә.
– Икмәк цехы асыу күптәнге хыялым ине. Үҙем оҙаҡ йылдар һатыусы булараҡ, халыҡтың төп ихтыяжын белеп бөттөм. Сифатлы ризыҡ һатыу – иң табышлы тармаҡ, сөнки кибет кәштәләренә төрлө етештереүселәрҙекен килтерәләр, ул төрлөсә булып сыға. Йә тиҙ ҡалҡытылыуҙан ыуалыусан, йә сөсө, йә иҫке була. Шул сәбәпле һатып алыусылар алдында күп осраҡта уңайһыҙ хәлдәргә тарыным. Шунлыҡтан, тәүәккәлләп, үҙебеҙ икмәк бешереү эшенә тотонорға булдыҡ. Өләсәйҙәр рецебы буйынса ҡомалаҡ сүпрәһе менән әсетеп, күпертеп бешергән хуш еҫле ризығыбыҙ үҙ ҡулланыусыһын тапты, — ти эшҡыуар. – Район етәкселеге тәҡдиме менән маҡсатлы программаға эләгеп, 300 мең һум дәүләт ярҙамы мейескә, ҡорамалдарға тотонолдо. Әлегә бинаны ҡуртымға алдыҡ, киләсәктә һатып алырға теләк бар.
Бөгөн уңған эшҡыуар район халҡына ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылында ла икмәген тәҡдим итә. Улы Илнар йөк машинаһы менән ауыл магазиндарына ташыһа, ҡыҙы Гөлдәр әсәһенә булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта бер нисә ҡатынға эш урыны булдырған.
Көнөнә 600-ҙән ашыу дана ҡалас бешерәләр, артабан был һанды күбәйтергә иҫәптәре, тик тағы ла мейес һатып алыу мәсьәләһе генә бер аҙ тотҡарлыҡ өҫтәй. Көндән-көн ихтыяж ҙурая: район дауаханаһы, мәғариф бүлеге киләсәктә тәмле һәм сифатлы икмәкте аласаҡтары хаҡында белдергән. Тимәк, Көнһылыу Вәлиеваның уңған ҡыҙҙарына тағы ла тырышыбыраҡ тир түгергә тура киләсәк.