Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, тиҙҙән Рәсәйҙә 200 һәм 2000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсалар сығасаҡ.– Рәсәй банкының Директорҙар советы банкноталар сафын тулыландырырға ҡарар итте. Беҙҙеңсә, был тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеүҙе ябайлаштырасаҡ. Яңы аҡсаны 2017 йылда әйләнешкә индерергә ниәтләйбеҙ, – тине Эльвира Сәхипзада ҡыҙы.
Рәсәй аҡсаһында ил төбәктәренең символдары һүрәтләнгән. Яңы купюраларҙың дизайны әлегә асыҡ түгел, ул йәмәғәтселек фекере нигеҙендә билдәләнәсәк. Үҙәк банк башлығы әйтеүенсә, ошо күркәм йоланы һаҡлап ҡалыу, шул уҡ ваҡытта яңылыҡтарға, халыҡтың һүҙенә өҫтөнлөк биреү шарт. Яңы дәрәжәләге купюралар инфляцияға йоғонто яһамаясаҡ. Бынан тыш, эмиссия өҫтәмә сығымдар ҙа талап итмәй.
200 һәм 2000 һумлыҡтарҙы сығарыу тәҡдиме элегерәк тә булғайны. Мәҫәлән, былтыр инициатива төркөмө Үҙәк банкка Владивосток һүрәтләнгән 2000 һумлыҡ аҡса булдырыу теләген еткерҙе, ә унан алда 2014 йылда, Ҡырымдағы шарап яһаусылар Айыу тауы сағылдырылған 200 һумлыҡ купюра баҫыуҙы кәрәк тип тапҡайны. “Башҡортостан” гәзите иһә был аҡсаларҙы Башҡортостан һәм Өфө ҡалаһы күренештәре менән биҙәргә тәҡдим итә. Рәсәйҙә һәм, ғөмүмән, донъяла республикабыҙҙың имиджын арттырыу йәһәтенән ыңғай аҙым булыр ине был.