Эш хаҡы арта15.04.2016
Рәсәй Хөкүмәте 1 июлдән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 20,9 процентҡа арттырыу тураһындағы закон проектын хупланы.
Хөкүмәттең белдереүендә әйтелгәнсә, закон проекты менән МРОТ күләмен айына 7 500 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим ителә. Бындай сара хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме менән эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәле араһындағы нисбәтте 53,5 проценттан 64,7 процентҡа тиклем күтәрәсәк.
Апрель башында уҡ Хеҙмәт, Финанс һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарына 2020 йылға тиклем хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленә этаплап еткереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушылғайны. Һуңғы тапҡыр МРОТ 2016 йылдың 1 ғинуарында арттырылды. Әле ул 6 204 һум тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы өсөн минималь эш хаҡын 1 майҙан 8900 һум күләмендә билдәләргә ҡарар ителде.