Ситкә бойҙай һатыу арта12.04.2016
Былтырғы июлдән быйылғы июнгә тиклем Рәсәй сит илдәргә бойҙай оҙатыу күләмен 3 процентҡа арттырып, 22 – 23 миллион тоннаға еткереүҙе күҙаллай. Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Евгений Громыко белдерҙе.
2014 – 2015 йылдарҙа башҡа илдәргә 21,9 миллион тонна бойҙай оҙатылған. Был хаҡта министр урынбаҫары: “Рәсәй империяһы ваҡытынан уҡ игенде экспортҡа сығарыу илдә төп сауҙа йүнәлештәренең береһе булған. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙгә сеймалды һуҡыр килеш һатырға түгел, ә эшкәртеүҙең барлыҡ тармаҡтарына иғтибар итергә кәрәк”, – ти.
Шуны ла оноторға ярамай: һуңғы 25 йылда һыйыр малы һаны һиҙелерлек кәмегән. Бының төп сәбәбе – гөрләп торған фермаларҙың, комплекстарҙың ябылыуы, шәхси хужалыҡтарҙа ла һәүкәштәрҙең аҙайыуы. Тап уларҙы фураж игене менән туҡландыра инек. Һөҙөмтәлә Рәсәй ситкә ашлыҡ оҙата, ә һөт менән итте күпләп үҙе һатып ала.