Тормошҡа ашҡан хыял12.04.2016
Тормошҡа ашҡан хыял Эшҡыуар... Был һүҙҙе ишеткәндә йә төҙөлөш, йә сауҙа өлкәһендә мәшғүлдәрҙе күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына Азат Көмөшбаев заман технологиялары матбуғатты ҡыҫырыҡлаған мәлдә “Йондоҙ” тигән аҙналыҡ реклама һәм мәғлүмәт гәзитен ойошторған да уны бушлай тарата. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның баҫмаһын халыҡ көтөп алырға ғәҙәтләнде. “Йондоҙ”ҙа күптәр үҙенә кәрәкле хеҙмәт төрҙәре, тауарҙар тураһында мәғлүмәт таба, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү серҙәренә төшөнә, ғүмере өсөн мөһим дауа өлгөләрен ҡулланып, һаулығын ҡайғырта. Ай башында намаҙ ваҡыты бирелеүе лә файҙалы. Гәзиттең һәр һанында әҫәрҙәр ҙә баҫыла.


Тиктомалдан тотонмаған Азат был эшкә.
– Бәләкәйҙән китап уҡырға яратам. Мостай Кәримдең, Ноғман Мусиндың, райондашым Иҙрис Ноғоманов, Зөһрә Усмановаларҙың әҫәрҙәрен үҙ итәм, – ти эшҡыуар. – Район гәзитен, республика матбуғатын башынан аҙағына ҡәҙәр уҡып сығам. Әсәйем дә, хаҡына ҡарамай, барлыҡ гәзит-журналға яҙыла. Тәҡдир ҡушыуылыр инде, хеҙмәт юлым гелән китап һәм матбуғат менән бәйле булды. Китапхана техникумында уҡып сығыуым да юҡҡа түгелдер. Район редакцияһында эшләгәндә гәзит сығарыу серҙәренә ныҡлап төшөндөм. Ә үҙаллы булыу, шәхси эш асыу теләге күптәнге хыялым ине. Ят өлкәлә уңышлы эшләп алып китеүең икеле, шуға таныш булған матбуғат өлкәһен һайланым.
Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшәм тигән һәр кеше мотлаҡ һынауҙар аша үтергә тейештер. Азаттың да эше ҡапыл яҡшырып китмәгән. Барыһын да юҡтан башларға тура килгән. Ҡул һелтә­йемме икән тип уйланған саҡтары ла булған, әммә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс тапҡан егет.
“Йондоҙ”ҙа ябай ауыл кешелә­ренең тормошон сағылдырған яҙма­лар, фәһем алырҙай хикәйә, шиғырҙар ҙа баҫыла. Әҙәбиәт йылы йомғаҡтары буйынса район хакимиәте баш­лы­ғының маҡтау ҡағыҙы менән бүләк­ләнеүен Азат Көмөшбаевтың эшмә­кәрлегенә оло баһа тип ҡабул итергә кәрәк.
Уңған егет тормош юлдашы – Бай­маҡ һылыуы Рәмзиә менән өс бала үҫтерә.
– Кеше ғүмерендә ике бөйөк көн була, тиҙәр, – тип һүҙен дауам итә Азат. – Беренсеһе – тыуған көн, икен­сеһе – кеше үҙенең ни өсөн донъяға килгәнен төшөнгән мәле. Минеңсә, йәшәү мәғәнәһе – динде дөрөҫ аңлап, Аллаһ Тәғәлә биргәнгә шөкөр итеп, тағы ла яҡшыраҡҡа ынтылып йәшәүҙә. Ислам – иң камил дин. Уға эйәргән кеше был донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле буласаҡ.






Вернуться назад