Ауылда техникаһыҙ булмай: бесәнен сабырға ла, ерен һөрөргә лә кәрәк. Шуға ла хәленән килгән һәр кем трактор һатып алырға тырыша. Ә бына Таймый ауылында Камил Ғәлиев төрлө деталдәрҙән үҙе трактор йыйып алған.
Камил Ғафар улы, һөнәре буйынса зоотехник булһа ла, төрлө урында эшләй. Оҙаҡ йылдар совхозда шофер, механизатор, инженер, механик бурыстарын да үтәй. Ун йылға яҡын ауыл Советы хакимиәтенә лә етәкселек итә, хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы, машина йөрөтөргә өйрәтеүсе инструктор ҙа була.
Камил ағай техниканы биш бармағы кеүек белә, шуға төрлө деталдәрҙән үҙ хужалығына кәрәкле ҡорамалдарҙы үҙе йыя. Ҡорған техникаһы менән ул бесән дә саба, йыя, ташый. Атаһына был эштә улы Азат ярҙамлаша.
Камил Ғафар улы – балта оҫтаһы ла, мейес сығарыусы ла. Хәләл ефете Фәриҙә Ахун ҡыҙы менән йәшәгән ике ҡатлы йорто – Таймый ауылының биҙәге. Иркен, заманса өйгә һоҡланмау мөмкин түгел. Уның бар нәмәһе уйланып, еренә еткереп эшләнгән.
– Өй ҙур булғас, рәхәт. Балалар килһә лә, һәр береһенең айырым бүлмәһе бар. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә беҙҙе һәр ваҡыт шатландырып тора, – ти Фәриҙә Ахун ҡыҙы.