Кандидаттар килемен йәшерә алмаясаҡ12.04.2016
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының быйыл 6 апрелдә үткән ултырышында Үҙәк банктың “Кредит ойошмалары, реестр тотоусылар һәм депозитарийҙар тарафынан Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһынан, субъекттарҙың һайлау комиссияларынан депутатлыҡҡа һәм һайлап ҡуйыла торған башҡа вазифаларға кандидаттарҙың, уларҙың хәләл ефетенең һәм бәлиғ булмаған балаларының иҫәптәре, вкладтары, ҡиммәтле ҡағыҙҙары тураһындағы мәғлүмәткә ҡағылышлы һорауҙарҙы алыу тәртибе, шулай уҡ кредит ойошмалары, реестр тотоусылар һәм депозитарийҙар тарафынан тейешле һорауҙарға яуап ебәреү тәртибе һәм ваҡыты хаҡында”ғы күрһәтмәһе проекты раҫланды.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова әйтеүенсә, яңы составтың үҙ эшен мөһим һәм системалы документты ҡабул итеүҙән башлауы ҙур әһәмиәткә эйә.
– Һайлауҙа тәүге тапҡыр кандидаттарҙың иҫәптәре, вкладтары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшереүҙең даими тәртибе ҡулланыласаҡ, – тине ул. – Әлбиттә, ил буйынса тиҫтәләрсә мең кешене тикшерергә, мең ярым самаһы ойошманан мәғлүмәт алырға тура киләсәк.
Ҡабул ителгән документҡа аңлатма биреп, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Хәҙер килемен йәшерергә теләгән намыҫһыҙ кандидаттарҙы асыҡлау мөмкинлеген биргән тотороҡло система барлыҡҡа килә”, – тип билдәләне.
Бындай системаға былтыр нигеҙ һалынғайны. Тап шул осорҙа “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль законға тейешле төҙәтмәләр индерелде.
– Үҙенең ҡарары менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ошо эшкә башланғыс бирҙе. Беҙгә һайлау кампанияһы башланғанға тиклем яҡын арала тикшереүҙәрҙе йылдам үткәреү йәһәтенән күнекмәләр ойошторорға кәрәк, – тине Элла Памфилова.


Вернуться назад