Барыһы ла ҡулланыусы өсөн12.04.2016
Башҡортостан социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу буйынса пилот төбәге буласаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Рәсәйҙең Пенсия фонды идараһы рәйесе урынбаҫары Николай Елистратов белдерҙе.
Социаль тәьминәт буйынса Башҡортостан күп йәһәттән алда бара. Төбәктә мәғлүмәт технологиялары үҫешенең юғары кимәле, Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. “Әлбиттә, иң мөһиме – республика етәкселегенең ошо проектҡа ҡушылыу теләге”, – тине Николай Елистратов.
Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын индереүҙең икенсе ҙур бурысы – Инвалидтарҙың федераль реестрын булдырыу. Унда инвалидлыҡ төркөмө, организмдың боҙолған функциялары, профессиональ эшкә һәләтлелекте юғалтыу дәрәжәһе, үткәрелгән реабилитация йәки абилитация саралары хаҡында мәғлүмәттәр буласаҡ. Ике ҙур системаның операторы тип Рәсәйҙең Пенсия фонды билдәләнгән.
Николай Елистратовтың билдәләүенсә, социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында иң мөһиме – ҡулланыусы өсөн уңайлылыҡ. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа ингәс, кеше социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәттәрҙе, ниндәй льготаларға һәм түләүҙәргә хоҡуҡлы булыуын белә, уларҙы алмаштыра ала, тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә.