Тотороҡло үҫеш һаҡлана12.04.2016
Үткән аҙнала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Энергетика министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович, илдең энергетика министры Александр Новак, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, төбәк башлыҡтары һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары етәкселәре ҡатнашты.
Александр Новак билдәләүенсә, былтыр илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы донъя баҙарында нефткә, газға һәм ташкүмергә хаҡтың төшөүенә бәйле ҡаршылыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Шулай уҡ санкцияларға бәйле финанслауға һәм ҡайһы бер технологияларға сикләү индерелде. Әммә, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, тармаҡ тотороҡло үҫеш динамикаһын һаҡлап ҡала алған. Рәсәйҙә былтыр нефть һәм газ конденсатын сығарыу йәһәтенән ярайһы уҡ үҫеш күҙәтелгән, яңы рекорд та ҡуйылған – 534,1 миллион тонна. Нефтте эшкәртеү тәрәнлеге иһә 74,2 процентҡа артҡан. “Ҡара алтын”ды экспортлауҙа ла алға китеш бар: бөгөн ул 241,8 миллион тонна тәшкил итә, йәғни 2014 йылғы менән сағыштырғанда 9,3 процентҡа күберәк.
Уның ҡарауы, былтыр “зәңгәр яғыулыҡ”тың күләме кәмегән. Белгестәр быны эске баҙарҙа газға ихтыяждың кәмеүе менән аңлата. Шул уҡ ваҡытта экспорттағы юғары күрһәткестәр ҡыуандыра. Ил төбәктәрен “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу ҙа планға ярашлы бара. Былтыр ул хатта 65,7 процентҡа артып киткән.