Мөхит уңайлы булһын08.04.2016
Башҡортостан быйыл инвалидтар өсөн объекттарҙың һәм хеҙмәттәрҙең асыҡлығын тәьмин итеүгә федераль ҡаҙнанан 52 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында ошо туралағы бойороҡ баҫылған.

Аҡса 2011 — 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһына ярашлы бүленә. 2,29 миллиард һумлыҡ субсидия илдең 81 төбәк бюджетына тапшырыла. Ул балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларында инвалид балалар тарафынан сифатлы белем алыу өсөн шарттар тыуҙырыуға, шулай уҡ адаптив физик культура һәм спорт учреждениеларына ярҙам күрһәтеүгә тотоноласаҡ.
Быйыл субсидия иҫәбенә 1600-ға яҡын объектты йыһазландырыу, 247 мәктәпте һәм 279 балалар баҡсаһын инвалидтар өсөн яраҡлаштырыу, 44 спорт учреждениеһына аҡса йәһәтенән булышлыҡ итеү күҙаллана.


Вернуться назад