Кеше яраҡлаша белә06.04.2016
Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр затлы кейем-һалымдан, сифатлы ялдан, күңел асыуҙан баш тартырға йыйынмай, түләүле клиникаларҙа дауаланыуын, фатирҙарға ҡиммәтле ремонт яһауын дауам итә. Уның ҡарауы, автомобиль менән күсемһеҙ милекте һирәгерәк һатып ала башлағандар. “Анкетолог” йәмәғәтселек фекере институты ошондай мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

Тикшеренеүҙәргә ярашлы, ил халҡы һуңғы алты айҙа сығым­дарын әллә ни ҡыҫҡартмаған, киләһе ярты йылға кәметергә лә йыйынмай. Сығымдарҙың 44 проценты – кейем-һалымға (былтыр – 32 %), 24-е медицина хеҙмәт­тәренә (18 %) тура килә. Килемдең 18 проценты – ремонтҡа, 13 проценты күңел асыуға тотонолған. Ял итергә теләүселәр аҡсаһының 6 процентын йыйып барһа, асылда иһә 11 процентын сарыф итергә тура килгән.
Халыҡ, хәлгә яраҡлашып, кәрәк әйберҙе генә һатып алырға өйрән­де. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, рәсәйҙәрҙең тоталь иҡтисадҡа бәйле хәүефләнеүе бушҡа булған. Әйткәндәй, тикшеренеүҙәрҙә бар­лыҡ федераль округтарҙан 18 йәштән өлкәнерәк 1 500 кеше ҡатнашҡан.




Вернуться назад