Һөттән – араҡы05.04.2016
Бөйөк Британия фермеры Джейсон Барбер донъяла беренсе тапҡыр һөттән араҡы эшләгән. Эсемлек бары көтөүлектәрҙә туҡланған һыйыр һөтөнән етештерелә.
Әлбиттә, был – бик ҡатмарлы, мәшәҡәтле шөғөл. Тауар бары бер сауҙа нөктәһендә генә һатыла. Һүҙ юҡ, араҡынан һөт тәме килмәй, һәм унда уға хас матдәләр, хатта лактоза ла юҡ. Шулай ҙа Джейсон Барбер, эсемлектең тәме һөттөкө кеүек “йомшаҡ”, тип белдерә.
Робот салат үҫтерә
Японияның Spread компанияһы донъяла беренселәрҙән булып тулыһынса автоматлаштырылған ферма булдырҙы. Унда йәшелсәгә һыу һибеүҙән алып йыйып алыуға ҡәҙәр барлыҡ эште робот үтәйәсәк.
Компания етәкселеге ферманың 2017 йыл уртаһынан эшләй башлауына һәм көн һайын 30 мең тонна салат биреүенә иҫәп тота. Замана фермаһының майҙаны – 4,4 мең квадрат метр самаһы. Иҙәндән түбәгә тиклем ул махсус кәштәләр менән йыһазландырыласаҡ. “Шулай ҙа орлоҡто кеше ултыртасаҡ, ҡалған барлыҡ эште роботтар башҡара”, – ти компания вәкиле Кодзи Морисада.
Морисада белдереүенсә, фермала роботтарҙың эше хеҙмәткәрҙәр тотоуға киткән сығымды – икеләтә, ә энергия өсөн түләнгән аҡсаны өстән бер өлөшкә кәметәсәк. Алдағы биш йылда ойошма продукция күләмен 500 мең берәмеккә еткерергә иҫәпләй.
Банан бар ауырыуға ла дарыумы?
Американың Мичиган университеты ғалимдары банандан ғәжәп дарыу уйлап тапҡан. Ул күп вирустарҙы юҡ итергә, шул иҫәптән С гепатиты, грипп, СПИД менән зарарланғандарҙы ла дауалау һәләтенә эйә.
Белгестәр яңы препарат киң таралыр һәм халыҡты ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан ҡотҡарырға ярҙам итер тигән ниәттә. Банандағы лектин аҡһымын тәү тапҡыр бынан биш йыл элек табалар. Бөгөн ул СПИД-тан тулыһынса дауалау мөмкинлеген бирә тип иҫәпләнә.
Лаборатория һөҙөмтәһе лектиндың шулай уҡ ҡандағы, туҡымалағы С гепатитын һәм грипты юҡ итеү көсөн күрһәткән. Ғалимдар препарат хатта Эбола вирусын да еңә алыр тип өмөтләнә.