Ҡулдарынан тама матурлыҡ05.04.2016
Ҡулдарынан тама матурлыҡ Төбәктә алтын ҡуллы оҫта булараҡ танылыу яулаған Фирғәт Иҫтәковҡа был һәләт тәбиғәттән бирелгән. Бала саҡтан рәсем төшөрөүгә әүәҫ малай Өфө ҡалаһында Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында белем ала. Уны уңышлы тамамлағас, әрмегә алынып, Германияла әрмелә булып ҡайта. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Аҡморон мәҙәниәт йортонда рәссам-биҙәүсе булып башлай. Артабан Ярат мәктәбендә һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтә. Оҙаҡламай йәш белгесте ата-әсәһе йәшәгән Сәйғәфәр ауылы мәктәбенә рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Фирғәт Һиҙиәт улы Сибай педагогия колледжында һәм Магнитогорск дәүләт университетында белемен дә камиллаштыра.

Әле Фирғәт Иҫтәков Сәйғәфәр мәктәбе филиалында мөдир вазифаһын баш­ҡара. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, рәсем һәм һыҙма фәндәренән һабаҡ биргән тәжрибәле педагогтың уҡыусы­лары районда уҙғарылған төрлө кон­курстарҙа һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Мәғариф өлкәһендә 30 йылға яҡын хеҙмәт иткән Фирғәт Һиҙиәт улы үҙенең тәбиғи һәләтенә хыянат иткәне юҡ. Ул буш ваҡыттарында ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Йорт ҡыйыҡтарын, кәрниздәрен, тәҙрә йөҙ­лөктәрен, ҡоймаларҙы һәм ҡапҡа­ларҙы бынамын итеп биҙәп ҡуя. Тәүҙәрәк был әйберҙәрҙе ағастан һырлап йәки гипстан ҡатырып эшләһә, хәҙер ул заманса материалдарға өҫтөнлөк бирә. Уның төҫлө профнастилдан семәрләп яһалған ҡапҡалары ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Баймаҡ, Сибай ҡалалары­нан, хатта Бөрйән тарафтарынан заказ бирәләр. Эргә-тирә ауылдарҙа ла Фирғәт Иҫтәковтың алтын ҡулдары менән яһалған семәрле ҡапҡаларҙы, тәҙрә йөҙлөк­тәрен күрергә була.
Һәләтле ир-егет тәбиғәттән бирелгән оҫталығын камиллаштырыу, яңы алым­дарҙы үҙләштереү өҫтөндә талымһыҙ эшләй. Заманса материалдарҙы ҡулла­ныу ысулдарын Интернеттан ҡарап өйрәнә. Уның ҡул эштәре араһында паннолар һәм сувенирҙар ҙа урын алған. «Ете ҡыҙ», «Ҡурайсы» тип аталғандарын халыҡ яратып ҡабул иткән.
Фирғәт Һиҙиәт улы ауылдың ҡоҙоҡ­тарын да матур итеп кәртәләп ҡуйған. Ауылдаштары бының өсөн уға рәхмәтле. Уның золом ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйған һәйкәле, Баймаҡта һәм Сәйғә­фәрҙә йәшәгән дуҫтары менән бергәләп Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы эшләгән мемориаль комплексы сәйғә­фәр­ҙәргә иҫтәлекле бүләк булған.
Иҫтәковтарҙың нурлы йортонан бер ваҡытта ла туғандар, дуҫтар өҙөлмәй. Фирғәт Һиҙиәт улы ҡатыны Альбина менән өс бала үҫтергән. Әйткәндәй, Альбина Абдулла ҡыҙы ла мәктәптә эшләй. Ул – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Иҫтәковтарҙың өлкән ҡыҙҙары Илгизә – инглиз теле уҡытыусыһы. Ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Уртансы ҡыҙҙары Илзидә лә инглиз теленән уҡыта, ғаиләһе менән Баймаҡта төпләнгән. Иң кесеһе Фәрхәт Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала. Ул – атаһының ярҙамсыһы ла, өмөтө лә. Фирғәт Һиҙиәт улы үҙенең кәсебен улына өйрәтеп ҡалдырырға ниәт итә.



Вернуться назад