Социаль йөҙлө эшҡыуарлыҡ30.03.2016
Красноярск ҡалаһында иҡтисади форум үтте. Уның эшендә Рәсәй һәм сит ил белгестәре ҡатнашты. Бөгөнгө көрсөк, унан сығыу юлдары хаҡында фекер алышҡан, алдағы ун биш йылға ил иҡтисадын үҫтереү мөмкинлектәрен барлаған сараның иң сағыу мәле социаль эшҡыуарлыҡ буйынса уңышлы проекттарҙы билдәләү ине.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Рәсәй дәүләт социаль университеты тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тип Өфөнән “Һеҙҙең ҡараусы” проекты авторы Әлфиә Ғәлиуллина билдәләнде.
Әлфиә Ғәлиуллина һөнәре буйынса – журналист. Ярҙамға мохтаждарҙы хеҙмәтләнде­реү буйынса эшмәкәрлеген бынан ярты йыл элек башлай. Ихтыяж саманан тыш ҙур булып сыға. Инфаркт, инсульт кисереүселәр, юл-транспорт фажиғәһенән һуң инвалид булып ҡалыусылар бик күп. Бөгөн Өфөлә генә 13 меңдән ашыу кеше түшәктә ята, һәр утыҙынсы ғаиләлә кеше ярҙамына мохтаж сирле бар.
Түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы хеҙмәтләнде­реүселәр бығаса ла юҡ түгел ине. Әммә улар күптәрҙең ғаилә бюджеты күтәрә алмаҫтай юғары хаҡ ҡуя. Ә “Һеҙҙең ҡараусы” ойошмаһы лайыҡлы конкурентлыҡ тыуҙыра, хаҡтарҙы көйләй. Бөгөн был социаль фирма баш ҡалабыҙҙа 150 кешене рәсми эш менән тәьмин иткән. Ауырыуҙарҙы бағыуҙа тик ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир-ат хеҙмәте лә күҙ уңында тотола.
Бөгөн “Һеҙҙең ҡараусы” ойошмаһы тарафынан Өфөлә Сирлеләрҙе дөрөҫ тәрбиәләү мәктәбе лә асылған. Ульяновтар урамы, 49-сы йорт адресы буйынса ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү, уларҙы тәрбиәләү буйынса лекциялар үтә. Бындай дәрестәр яҡындарын үҙҙәре ҡарағандар өсөн үтә мөһим. Ошоно иҫәпкә алып, махсус лекциялар шаршамбы һайын теләге булған һәр кем өсөн бушлай ойошторола.


Вернуться назад