Яулайһы үрҙәр алда әле...29.03.2016
“Технострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – ҡеүәтле матди-техник базаға эйә, йылына бер нисә мең тоннаға тиклем сәнәғәт продукцияһы сығарыу мөмкинлеге биргән юғары һөҙөмтәле ҡорамалдар менән йыһазландырылған инновациялы предприятие.

Компания 2006 йылда Сибай ҡалаһы биләмәһендә асылған. Генераль директоры – Серик Кудайбергенович Бижанов. Предприятие Екатеринбург ҡалаһындағы “Урал бетониттары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡарамағына инә. Ул быраулау өсөн карбонат ауырайтҡыстар етештерә.
Етештереү тулыһынса автоматлаштырылған. Оператор ҙа, дежур инженер ҙа монитор аша агрегаттарҙың эшен күҙәтә. Компьютер сеймалды эшкәртеүҙең һәр этабына контроллек итә, кәрәк булһа, төҙәтмәләр индерә.
“Технострой”ҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мәсьәләһе эшселәр һанын арттырыу ярҙамында түгел, ә технологик процестарға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһын үҙләштереү һәм ғәмәлгә индереү аша хәл ителгән. Һөҙөмтәлә продукция сығарыу күләме Рәсәйҙәге ошондай уҡ предприятиеларҙыҡы менән сағыштырғанда 20 процентҡа үҫкән.
Предприятиеның эшмәкәрлеге тау тоҡомдарын онтау һәм ваҡлау менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта эш урындары һәм тирә-яҡ мөхит экологияһына ҙур иғтибар бирелә. “Роспотребнадзор”ҙың Сибай ҡалаһындағы лабораторияһы белгестәре йылына дүрт тапҡыр ошондай күрһәткестәрҙе тикшерә. Әлегә “Технострой”ға ҡарата бер дәғүә лә булмаған. Лаборатор эштәр бөтә талаптарға яуап бирә.
Компания даими үҫә һәм алдынғы сифат технологияларын үҙләштерә. Улар етештерелгән продукцияның юғары ышаныслылығы, сифаты менән туранан-тура бәйле. Мәҫәлән, шундайҙар иҫәбенә юл япмаһының өҫкө ҡатламының, асфальттың сифатын яҡшыртыусы минераль порошокты индерергә мөмкин. Әүҙем һәм әүҙем булмаған “МП-1” минераль порошогы – асфальт-бетон ҡатнашмаһының бик мөһим компоненты. Ул ҡатнашманың тайыуға, сатнауға һәм һыуға ҡаршы үҙенсәлектәрен яҡшырта. Екатеринбург, Ханты-Мансийск ҡалалары, Өфөләге “Башкиравтодор” йәмғиәте, Рәсәй Фәндәр академияһының Урал филиалы, “УралДорНИИ” йәмғиәте лабораторияларының отчеттары ла быны раҫлай.
Предприятиены заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа, шәхси лаборатория базаһы ла юғары сифатлы продукция етештереү мөмкинлеген бирә. Сығарылған тауарҙың һәр партияһы ентекле техник тикшереү үтә. Компанияның продукцияһы Азербайжанға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға ла оҙатыла.
2014-2015 йылдарҙа Сибай ҡалаһында “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары” төбәк-ара форумы уҙғарылды. Унда “Технострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов предприятие етештергән продукцияның сифатын юғары баһаланы.


Реклама.



Вернуться назад