Сәсеүгә әҙерһеңме?29.03.2016
Сәсеүгә әҙерһеңме? Тиҙҙән республикала сәсеү башлана. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика штабының ултырышы уҙҙы. Унда быйылғы сәсеүҙең үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде.

Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, ти халыҡ. Ысынлап та, был мәлдә барлыҡ сәсеү эштәре, агротехник сараларҙы теүәл үтәү төп иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко билдәләүенсә, бөгөн тракторҙарҙың 91 проценты баҫыуға сығырға әҙер – бөтәһе 15 мең 500 берәмектең 14 меңе ремонтланған.
Сәскестәр, тупраҡ эшкәртеү ҡорамалдары ла тулыһынса тиерлек ҡаралған. Әлбиттә, баҫыу эштәрендә яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ кисермәү мөһим. Әммә был йәһәттән хәл шәптән тип булмай. Әлегә 7150 тонна дизель яғыулығы тупланған. Был – талап ителгән күләмдең 18 проценты.
Бөгөн ил етәкселәре халҡыбыҙҙы үҙебеҙ етештергән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү йүнәлешендә эш алып бара. Тимәк, буш ятҡан ерҙәр йылдан-йыл кәмергә тейеш. Тап шул маҡсатта сәсеүлек майҙандары арттырыла. Быйыл баҫыуҙарҙы 100 мең гектарға арттырыу күҙ уңында тотола, йәғни сәсеү 3157 мең гектарҙа башҡарыласаҡ. Иген культуралары – 34 мең, кукуруз баҫыуҙары 20 мең гектарға күберәк ер биләйәсәк.
Малдарҙы туҡландырыуҙа рапс, люпин кеүек үҫемлектәрҙең файҙаһы бәхәсһеҙ. Сит илдәрҙә был культуралар күпләп үҫтерелә. Һуңғы йылдарҙа иһә беҙҙең республикала ла был хаҡта йыш һүҙ ҡуҙғатыла.
Ужым культуралары, уларҙы туҡлан­дырыу тирәләй ҙә һүҙ булды ултырышта. Былтыр бөтәһе 496 мең гектар майҙанда ужым сәселгән. Был йәһәттән сығыш яһаусылар үҙҙәренең борсолоуын белдерҙе. Нимә генә тимә, быйылғы ҡыш үҙенсәлекле, ҡатмарлы булды: берсә һыуытты, берсә, ваҡытынан алда йылытып, баҫыуҙарҙа боҙ ҡатламдары барлыҡҡа килде. Шуға ла ужымдың 10 – 12 проценты һәләк булыуы ихтимал. Йәнә яҙҙың нисек дауам итерен күҙаллап булмай: һыу ташһа, сәсеүлектең бер ни ҡәҙәр өлөшө һыу аҫтында ҡалыуы ла бар.
Орлоҡ етерлек күләмдә тупланған. Әле бәрәңге, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, йәшелсә орлоҡтары һатып алыу йәһәтенән эш дауам итә. Минераль ашламалар йүнләү ҙә былтырғынан әүҙемерәк бара.
Яҙғы баҫыу эштәренә республика һәм ил ҡаҙналарынан 1,455 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған, бөгөн шуның 656 миллиарды ауыл хужалығы эшсәндәренә тапшырылған.




Вернуться назад