Кинолағы һымаҡ матур йәшәйҙәр29.03.2016
Кинолағы һымаҡ  матур йәшәйҙәр …Залда энә төртөрлөк тә урын ҡалмаған. Ауыл халҡы кино ҡарарға йыйылған. Һәүәҫкәр кинематографист Ханнан Ишмырҙин аппаратураһына таҫмаларҙы ҡороп бөткәс, сәхнәләге аҡ ҡорамала көтөп алынған уттар балҡырға тотона. Экранда тулып бешкән иген башаҡтары, колхозсылар пәйҙә була.

Сәйетбаба ауылында үткәрелгән “Хәрәкәттә – бәрәкәт” байрамы нәҡ ошондай күркәм мәл менән башланып китте. Хәйер, сараның асылы ла, заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, әлеге фильмдағы һымаҡ матур йәшәүҙе, тырышып донъя көтөүҙе данлауға ҡайтып ҡалғайны.
Бөгөн районда уңышлы эшләп килгән йүнсел Ханнан Ишмырҙин булдыҡлы ауылдаштарын сағылдырырға тырышҡан. Хужалыҡ рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡов, партком секретары Вилдан Шәрипов, ауыл Советы рәйесе Фәйзулла Хәйруллиндар етәкселек иткән “Йондоҙ” колхозының күтәрелгән сағы. Шулай ҙа уңыш нигеҙе, миңә ҡалһа, ялан батырҙарына, һауынсыларға, эшселәргә бәйле. Экранда, әлбиттә, улар ҙа асыҡ төҫмөрләнде. Тик шуныһы үкенесле: бихисабы был донъяла күптән инде юҡ. Уның ҡарауы, ауыл халҡы колхозсыларға бәйле иҫтәлектәрҙе күңелендә ҡәҙерләп һаҡлай. Улай ғына ла түгел, сәйетбабалар, ғөмүмән, үҙ тарихына иғтибарлы – дәүерҙәрҙән һабаҡ ала, мәшһүр шәхестәренән өлгө алып йәшәй. Мәҫәлән, ошо сара хаҡында ла уның төп ойоштороусыларының береһе, урындағы ветерандар советы рәйесе Закир ағай Ишмырҙин:
– Ваҡыт тәгәрмәсен кире әйләндереп булмай, әммә тырышып эшләү, матур итеп донъя көтә белеү бөгөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ауылдың киләсәге лә нәҡ әлеге күренештәргә бәйле, – тип билдәләне.
Уңғандары менән әле лә дан тота Сәйетбаба. Миңлегөл Фәхретдинова, Абдулла Байбулдин, Нәзирә Мансурова, Флүрә Ниғмәтуллина, Рәйсә Зәйнуллина һәм башҡалар тырышып донъя көтә, эшҡыуарлыҡты ла алып бара, ҡура тултырып мал да аҫрай. Иң мөһиме: итәк тултырып бала үҫтергән һоҡланғыс ғаиләләр байтаҡ был төбәктә. Тимәк, матур кино һымаҡ дауамлы Сәйетбабаның тарихы!





Вернуться назад