Өйөмдө һатам. Кредит түләү өсөн29.03.2016
Өйөмдө һатам.  Кредит түләү өсөн Бер нисә йыл элек кенә ауылда яҡшы итеп йорт һалып ингән Фәһим донъяһын һата... Был хәбәргә халыҡ ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Әммә һүҙ дөрөҫ. Кредитҡа бәләкәй автобус алып, ҡаланан ауылға кеше ташыған ғаилә башлығы ҡапыл эшһеҙ ҡалды. Унда-бында ярҙам итерҙәй туғаны, танышы булмағас, маршрутты дауам итеү өсөн тендерҙан үтмәне. Ә бурысты түләргә кәрәк. Етмәһә, өй туйлау өсөн йәнә бөтә йыһазды кредитҡа алғайны. Тормошта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай икән. Һаулығың булып та, бурысыңды ҡаплата алырлыҡ эш таба алмауың ихтимал.

Ошо көндәрҙә Берләшкән кредит бюроһы халыҡтың 2015 йылда кредит алыуы буйынса тикшеренеү йомғаҡ­тарын иғлан итте. Мәғлүмәт­тәр айырыуса эре финанс һәм сәнәғәт үҙәктәрендә йәшәүселәрҙең бурысҡа аҡсаны ҙур әүәҫлек менән алыуын күрһәтә. Ҡулаҡса һәм автокредит, ипотека, кредит картаһы алыу буйынса тәүге унау иҫәбенә ингәндәр өлөшөнә Рәсәйҙә алынған бурыстың 40 проценты тура килә. Аҡсаға әйләндер­гәндә, был бирелгән сумманың яртыһы тиерлек – 2,4 триллион һум тәшкил итә.
Алдынғы өсәү иҫәбенә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Краснодар крайы инә. Кредиттарҙың уртаса күләме буйынса ла ошо уҡ төбәктәр мах бирмәй. Айырма бары шунда: өсөнсө баҫҡыстағы Санкт-Петербург ҡала­һында кредиттар һаны Краснодар­ҙыҡынан күпкә кәмерәк булһа ла, бурыстың уртаса күләме бер нисә тапҡырға күберәк.
Шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округы, 23-сө урынды биләһә лә, күләме буйынса унау иҫәбен тотороҡло биләй. Башҡортостан, Свердловск, Ростов, Силәбе, Кемерово, Санкт-Петербург һәм Һамар ҙа ошо исемлектә.
Ә бына Ҡырымда, Севасто­полдә халыҡтың кредит алыу әүҙемлеге башҡа төбәктәрҙәгенән түбәнерәк булыуы күҙә­телгән. Быны белгестәр ярымутрауҙа төрлө банктарҙың үтә аҙ булыуы менән аңлата. Шулай уҡ Төньяҡ Кавказ төбәктәрендә – Ингушетияла, Ҡарасәй-Черкес, Чечен республикаларында – халыҡ бурысҡа аҡса алырға атлығып тормай. Был төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең кредит юллау, аҙаҡ уны түләү мөмкинлеге самалы булыуы менән бәйле. Бөгөн Төньяҡ Кавказ федераль округында кредиттың 30 проценттан ашыуы ваҡытында ҡайтарылмай, шуларҙың 20 проценты туҡһан көн самаһы ваҡыт уҙғас ҡына түләнә.
Ни өсөн төбәктәрҙә кредит алыу буйынса айырма ҙур һуң? Белгестәр быны күпселек халыҡтың эшлекле һәм иҡтисади йәһәттән әүҙем ҡалаларҙа булыуы менән бәйләй, уларҙа банктар­ҙың, сауҙа үҙәктәренең, автосалон­дарҙың күплеге, төҙөлөштөң йылдам барыуы, ә халыҡтың кредит карталарын файҙаланыу өсөн мөмкинлеге ҙур булыуы менән бәйләп төшөндөрә. Бынан тыш, кредит­ҡа әүәҫлек төбәктәге тормош кимәленә, сауҙа һәм хеҙмәт­лән­дереү инфраструктураның үҫешенә лә туранан-тура ҡағыла. Банктар быны бик сос күҙәтә һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып бара.
Әммә төбәктәрҙең барыһында ла кредиттың ваҡытын үткәреп түләү бер үк тиҙлектә үҫә. Тап шуға ла бурысҡа батыусылар арта.
Әйткәндәй, белгестәр бөгөнгө кредит һаҙлығын уҙған быуаттарҙағы ҡурҡы­ныс ауырыуҙарға һәм эпидемияға тиңләй. Кешене әүрәткес алымдар ҙа күп шул: урамға сығыр әмәл юҡ, бағана, мөйөш һайын 20 минут эсендә аҡсалы итергә вәғәҙә биргән рекламалар, телефондан шылтыратыуҙар...
Эйе, аҡса һәр ваҡыт матди яҡтан етеш йәшәү билдәһе булып һанала. Кеҫәһендә аҡсаһы ятҡан кеше үҙен ышаныслы, иркен тоя, асығып китһә, йәһәт кенә туҡланып сыға. Әммә былар – алдатҡыс күренеш, тип баһалай психологтар. Сираттағы кредитын алған һәр кеше ҡурҡыныс бәйлелеккә дусар була. Күптәр тәүҙә уны барыбер түләргә, хатта икеләтә арттырып ҡайтарырға кәрәклеген аңламай.
Әлбиттә, бөтәһе лә улай түгел. Аҡыл менән уйлап эшләгәндәр аҡсаны ниндәйҙер маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ҡорал тип ҡабул итә һәм уны файҙалы ҡуллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр кредитҡа йәшәүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтеререн уйлап та бирмәй. Еңел аҡса йыш ҡына кешеләр араһын бутауға алып килә. Күптәр ул аҡсаны ай һайын еңел генә биреп барырмын тип уйлай. Ә инде бурыс, ваҡытында ҡайтара алмағанда, бер нисә тапҡырға арта. Хатта береһен түләр өсөн икенсе, өсөнсө кредитты барып алалар һәм үҙҙәре лә аңламаҫтан барлыҡ донъяһынан ҡолаҡ ҡағалар...
Күптән түгел йәнә танышымдың фатирын һатыуын ишеттем.
– Ниңә улайтырға булдығыҙ? – тип һораным.
– Байтаҡ ҡына кредит алып, үҙ эшебеҙҙе асҡайныҡ, магазиныбыҙ янды, бурысҡа баттыҡ. Хәҙер шуларҙы ҡаплатырға ине.
– Ҡайҙа йәшәргә уйлайһығыҙ?
– Ҡалған аҡсаға ҡала ситенән баҡса алырбыҙ тип торабыҙ.
Кредит арҡаһында фатирынан яҙғандар ҙа, ғаиләһеҙ ҡалғандар ҙа бихисап. Эйе, бөгөн бәғзе берәүҙәр өсөн фатир, машина алыу – кредит, ипотека ярҙамынан тыш бойомға ашырып булмаған эш. Әммә халыҡ ара­һында кредит тотҡонона әйләнеүселәр, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә бурысҡа инеүселәр, башҡалар алдында хәлле булып күренергә теләүселәр аҙ түгел. Мәҫәлән, йәнә бер таныштарым фатир алды. Бурыстарын көскә түләп бөткәс, өйҙәрен ҡыйбатлы йыһаз менән тултырҙылар.
– Элекке әйберҙәрегеҙ ҙә ярап торор ине, – тигәс, тиҙҙән барлыҡ туғандарын ҡунаҡҡа йыйып алырға теләүҙәрен әйттеләр:
– Кеше килгәндә фәҡир күренһәк, әллә нисек булыр...
Хәҙер улар тамам бурысҡа батып, йәнә башҡа банктарҙан аҡса эҙләй.




Вернуться назад