Рәсәйҙә тракторҙарҙың 60 проценты ун йылдан ашыу хеҙмәт итеп иҫкергән, уларҙы алмаштырыу кәрәк. Шул уҡ ваҡытта яңы техника алыу мөмкинлеге талап ителгәндән өс тапҡырға кәмерәк. Быны Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев импортты алмаштырыу буйынса үткәргән комиссия ултырышында ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдерҙе. Килеп тыуған хәлдән ҡотолоу өсөн йыл һайын 46 мең яңы трактор һатып алырға кәрәк, тик беҙ 12 мең менән генә сикләнәбеҙ. Дөйөм алғанда, ер кешеһенә 180 мең трактор, 80 мең комбайн етешмәй.
Илдә ошо йүнәлештәге техниканы тамырынан яңыртыу хаҡында сирек быуат буйы һүҙ ҡуйыртылһа ла, әлегә аныҡ эштәр күренмәй. Нимә генә тимә, иҫке һәм сафтан сыҡҡан машиналар күберәк.
Һауым кәмейБылтыр Рәсәйҙә һөт етештереү унан алдағы йылдағынан кәмеп, 30 миллион 781,1 мең тонна тәшкил иткән. 2014 йылдағы күрһәткес 30 миллион 790,9 мең тонна ине.
Шул уҡ ваҡытта бөтә һауылған һөттөң өстән бер өлөшө (9,5 миллион тонна) Волга буйы федераль округына тап килә. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – Урта һәм Себер округтары.
Илдең Ауыл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, ойошмаларҙа тотороҡло үҫеш күҙәтелә. 2015 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, улар өлөшөнә 14,7 миллион тонна һөт тура килә. Был 2014 йылдағынан 2,4 процентҡа күберәк.
Тармаҡта үҫеш әллә ни ҡыуандырмаһа ла, бер һыйырҙан алынған һөттөң күләме (бәләкәй предприятиеларҙан тыш) артыуы күҙәтелгән.
Шулай ҙа бөгөн Рәсәйҙә һөт дефициты – 8 миллион тонна.
Фермерҙарға
40 миллиард
һум кәрәк“Грантҡа сиратҡа торған фермерҙарға 40 миллиард һум кәрәк. Был аҡсаның 2017 – 2018 йылдарҙа бирелеүе ихтимал”, – тип билдәләне Александр Ткачев.
– Фермер булырға хыялланған һәр кешегә ярҙам итергә кәрәк тип уйлайым, – тине ул. – Улар –беҙҙең киләсәк. Тәү сиратта яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәргә таянырға тейешбеҙ. Сиратта торған барлыҡ фермерҙарға таратып биреү өсөн сама менән 40 миллиард һум аҡса кәрәк. Федераль министр һөт етештереү ниәтенән эш башлаған фермерҙарға ярҙам күләмен 1,5-тән алып 3 миллионға ҡәҙәр арттырыу кәрәклеген дә әйтә. Бынан тыш, кредит буйынса талаптарҙы кәметеү, шул иҫәптән заявкалар ваҡытын 10 көнгә тиклем ҡыҫҡартыу зарур, ти.
Колбасала
ит бармы?Рәсәйҙә һатылған колбасаның 50 – 60 процентында ит юҡ. Был турала “Дымов” аҙыҡ-түлек етештереү компанияһы хужаһы Вадим Дымов белдерә.
“Күп тигәндә, 10 процент самаһы ит булыр, әммә был колбасаға оҡшаш аҙыҡ ҡына”, – тине ул.
Бөгөн сеймал, тәмләткестәр, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, сауҙа нөктәләрендәге өҫтәмәләр менән бергә колбасаның килограмы 400 – 500 һумға барып баҫа. “Ә бит бәғзе берәүҙәр килограмы 75 йәки 100-әр һумлыҡ колбаса һата. Шыр һөйәктән торған иттең дә хаҡы 100 һум түгел бит. Колбаса сусҡа ҡойроғонан йәки соянан етештерелгәндә лә ҡыйбатыраҡ булырға тейеш. Минеңсә, ундай аҙыҡ крахмалдан әүәләнгән, хатта тиҙҙән кәбеҫтәнән эшләй башлауҙары ла ихтимал”, – тигән фекерҙә Дымов.
Эшҡыуар әйтеүенсә, ҡулланыусыларҙың күпселеге аҙыҡ-түлекте насар белә, ярлыҡтағы яҙыуын уҡып та ҡарамай, төрлө рекламаға ышанып, теләһә ниндәй тауарҙы ала.
Балыҡ етешмәйРәсәйҙә балыҡ тотоу күләме артһа ла, 2015 йылда уның һәр кешегә тура килгән күләме 14 килограмға тиклем кәмегән.
Был күрһәткес илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән норманан 6 килограмға кәмерәк.
Былтыр Рәсәйҙә балыҡ 20 процентҡа ҡыйбатланған.