Робот уңыш йыйырға сығырмы?15.03.2016
Рәсәй ғалимдары иген йыйыу өсөн робот-комбайн эшләй. Быйылдан был проектҡа 380 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. “Төрлө интеллектуаль машиналар” үҫешкән мәлдә был робот шул тиклем кәрәкме?” тигән һорау тыуыуы ихтимал бәғзеләрҙә. Йыйып алынған иген “алтын” хаҡына төшмәҫме?
Проекттың генераль конструкторы Василий Постников был юҫыҡта: “Бойҙайҙың әлеге хаҡына ҡарап әйткәндә, ябай комбайн сәғәтенә 250 мең һум “эшләй”, йәғни юғалтылған һәр сәғәт ошо хаҡҡа төшә. Йәнә кеше факторына бәйле әрәм-шәрәм ителгән иген күләме, эш мәлендә төрлө өҙөклөк һәм башҡа сәбәптәр... Һөҙөмтәлә зыян байтаҡ ҡына йыйылып китә. Иҫәпләүҙәр робот төҙөүгә тотонолған ун миллион һумдың бер ураҡ миҙгеленә киткән сығымды ҡаплатасағын раҫлай. Әлбиттә, ул кешенән күпкә яҡшыраҡ эшләгән хәлдә.
Бындай шәп “комбайн”ды төҙөү еңел мәсьәлә түгел. Мәҫәлән, робот-автомобилгә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Уға оҡшаш машиналар алдынғы илдәрҙә уңышлы һынала, Америка ҡитғаһындағы берәүһе хатта көнсығыштан көнбайышҡа ҡәҙәр 5,5 мең километрҙан ашыу теттереп йөрөнө. Ә бына “аҡыллы” комбайндар әлегә донъяның бер илендә лә юҡ.
Проблема нимәлә һуң? Робот-комбайн тапатылған юлдан йөрөй, уның төп бурысы – алдағы ҡаршылыҡты үҙ мәлендә күреп ҡалып, аныҡ ҡарар ҡабул итеп өлгөрөргә һәм, әлбиттә, юл ҡағиҙәләрен үтәргә, төрлө һауа шарттарында көтөлмәгән осраҡҡа әҙер булырға кәрәк. Машина “мейе”һе һаҡ булырға тейеш һәм кәм тигәндә 3 секунд алдараҡ хәүефле урынды тойомлауы мөһим. Әммә был ғына аҙ. Китеп барғанда уҡ бихисап технологик операцияларҙы үтәргә тейеш. Әйткәндәй, улар үҙаллы түгел, ә бер-береһенә бәйле эшләй.
Әлбиттә, аҡыллы машинаның исеме есеменә тап килһен өсөн уны бихисап видеокамералар һәм төрлө күрһәткестәр менән йыһазландырыу зарур. “Мейеһе” уңыш йыйыуҙы, кәрәк ваҡытта һәр төрлө операцияларҙы аныҡ башҡарыу өсөн тейешле ағзаларға мөһим талаптарҙы ҡушырға тейеш.
Бындай техниканы эшләү – бөгөн донъя тренды. Алтынсы технологик ҡоролош проекттары Рәсәйгә импортты алмаштырыу ғына түгел, хатта донъя баҙарын яулау мөмкинлеге бирәсәк. Беҙҙең робот ҡыйбатлы сит ил комбайндарынан 15 – 20 процентҡа ғына ҡиммәтерәк буласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл “аҡыллы” ауыл хужалығы техникаһын төҙөүгә донъяла йәмғеһе 4,2 миллиард доллар бүленгән. Японияла ауыл хужалығын роботлаштырыуға 2025 йылға ҡәҙәр 7 миллиард доллар йүнәлтеү күҙаллана.