Аҡһымға бай люпин01.03.2016
Аҡһымға бай люпин Беҙ люпинды башлыса баҡсаларҙы, ихаталарҙы йәмләп ултырған сәскә булараҡ беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа уны баҫыуҙарҙа күпләп үҫтереүселәр бар, малсылыҡ өсөн файҙаһы хаҡында йыш һөйләйҙәр. Күптән түгел Ауыл хужалығы министрлығында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Сараға Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты директоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Александр Артюхов килгәйне. Баҡһаң, был институт люпин үҫтереү буйынса махсуслашҡан донъяла берҙән-бер ойошма икән. Бөгөн унда үҫемлектең 35 сорты бар, улар бөтәһе 40 мең гектар майҙанда эшкәртелә.
Люпин соя кеүек үк аҡһымға бай. Сояны кешелек бынан 3,5 мең йыл элек үк эшкәртә башлаһа, люпинды борондан аҙыҡҡа ҡулланһаҡ та, күпләп үҫтереүгә ни бары 30 йыл самаһы. Хәҙер йыл һайын люпин баҫыуҙары ике тапҡырға тиерлек арта. Был аңлашыла: малсылыҡты үҫтереү өсөн тап ошондай аҡһымға бай, файҙалы аҙыҡ кәрәк.
Белгестәр билдәләүенсә, АҠШ һәм Бразилияның йылы, дымлы климаты соя үҫтереүгә йәтеш булһа, ҡоро һәм һалҡын Рәсәй тәбиғәтендә люпин ҡулайлы.
– Бөгөн иҡтисадты үҫтерәйек тиһәк, люпинды күпләп ҡулланыу кәрәк, – ти ғалим. – Үҫемлектәр араһында уға тиңдәш культура юҡ тиерлек.
Люпин бер гектар ерҙе уртаса 150 – 180 килограмм азот менән туҡландыра. Ә был иһә 36 – 40 тонна тиреҫ тигән һүҙ. Шуға ла уны “биологик азот етештереүсе завод” тип баһалайҙар.
Башҡортостанда люпин былтыр тәү тапҡыр 300 гектар майҙанда үҫтерелде. Уңыш гектарынан уртаса 21 центнер тәшкил итте. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко был юҫыҡта эш технологияһын фән менән бергә алып барыу, кадрҙар әҙерләү, культураның орлоғон етештереү буйынса махсус хужалыҡ булдырыу зарурлығын билдәләй.
Тәүге һөҙөмтәләр бар. Шуға ла был юҫыҡта артабан да эшләү кәрәк. Тап шул ниәттән люпин үҫтереү менән шөғөлләнә башлаған райондарҙа семинарҙар үткәрелде. Быйыл республикала уның майҙанын ике мең гектарға еткереү планлаштырыла.
Люпин әсе тупраҡты үҙ итә. Ҡышҡы һалҡынға бирешмәүе, бер урында 8 – 10 йыл үҫеүе менән дә отошло. Тиҙ өлгөрөүсән һәм әрһеҙ был үҫемлек төньяҡ райондарҙа ла мул уңыш бирә. Күп япраҡлы культура тәүге йылдарҙа әкренерәк үҫһә, һуңғараҡ тиҙ өлгөрөүе менән дә файҙалы.



Вернуться назад