Эшләһендәр генә01.03.2016
Республикала бөгөн алты меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Ауыл эшсәндәре етештергән аҙыҡ-түлектең 10 проценты улар иҫәбенә тура килә (12 миллиард һум самаһы). Был – игендең биштән бер өлөшө, шәкәр сөгөлдөрө, йәшелсәнең – 15, һөт, иттең 10 проценты тигән һүҙ.

– Ошо осорҙа фермерҙар үҙҙәрен булдыҡлы, һәр төрлө үҙгәрештәргә еңел яраҡлаша алған, иҡтисадты үҫтереүгә тос өлөш индергән ер кешеләре итеп күрһәтте. Тап шуға ла республика етәкселеге уларға ҙур иғтибар бирә, – ти ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин. – Йыл һайын фермерҙар һанының 250 – 300-гә артыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Яңы эш башлаған ғаилә фермерҙарына ла ярҙам йөҙөнән төрлө программалар ҡаралған. 2012 – 2015 йылдарҙа ошо йүнәлешкә 890 миллион һум аҡса бүленгән, 505 фермер хужалығы матди ярҙам алған. Былтыр бөтә йүнәлештәр буйынса 1,011 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.



Вернуться назад