Lada кәрәк, Lada!01.03.2016
Өфө халҡы башлыса Lada машиналарына өҫтөнлөк бирә.
“Автостат” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республиканың баш ҡалаһында ошондай маркалы 2,3 мең еңел машина һатылған. Икенсе урында Кia (1,7 мең) булһа, өсөнсө баҫҡысты Renault (1,5 мең) биләй.
Дөйөм алғанда, республикала 2014 йылда 28 560 машина һатылһа, былтыр был һан 14 261 тәшкил иткән. “Тимер аттар” һатыу күләме финанс көрсөгөнә бәйле 50,1 процентҡа төшкән.
Кадрҙар ҡайҙа?
Бөгөн һумдың “ҡулы” нефткә бәйле. Унан ҡотолоу юлы бармы?
Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн технологик ҡоролоштоң әле беҙ биләгән дүртенсе баҫҡысынан алтынсыһына һикерергә кәрәк. Йәғни ресурс ҡоло булыуҙан ғына туҡтап, үҫешкән иҡтисадҡа әүерелеү мөһим.
Әммә бөгөн илдә яңы технологияларҙы үҙләштергән предприятиеларҙың күләме 10 проценттан артмай. Төп сәбәптәрҙең береһе – ғилми квалификациялыларҙың һәм инженерҙарҙың етешмәүе. Аҡыл, зиһен талап иткән ҡайһы бер етештереү предприятиеларындағы хеҙмәткәрҙәргә уртаса 60 йәш. Бер ҡараһаң, был бушлыҡты йәш белгестәр тултырырға тейеш кеүек, әммә юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың һәр өсөнсөһө генә эш таба. Тәжрибәһе булмауҙы сәбәп итеп, предприятие етәкселәре уларҙы эшкә алып бармай, сөнки вуздарҙа студенттар башлыса теория өйрәнеү менән мәшғүл.
Шуға ла мәғариф тармағында етди үҙгәрештәр кәрәк, ти белгестәр.