Беҙ тотонмаһаҡ, кем яҡлар?01.03.2016
Беҙ тотонмаһаҡ, кем яҡлар? Бөрйәндә ҡортсолоҡто үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм тәжрибәле умартасылар менән бергә 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Йыйылышта Бөрйән бал ҡортон һаҡлауға төп иғтибар бүленде.

– Ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, һы­йыр малын һәм кәзә-һарыҡты үрсетеү – район халҡы өсөн иҡ­ти­сади яҡтан отошло йүнә­леш­тең береһе. Халҡы­быҙҙың борон-борондан килгән кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр һаны арта, – тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
– Беҙҙең төбәктең генә түгел, республиканың бренды булған Бөрйән балынан килем алыусы­ларҙың артыуы – яҡшы күренеш. 2015 йылда 6277 ҡорт күсе иҫәпләнеп, бөтәһе 1579 центнер бал етештерелде. Йыл һайын республика кимәлендә ойошто­ролған йәрминкәләрҙә беҙҙең ҡортсолар әүҙем ҡатнашып килә, үткән йылда 12 тоннаға яҡын бал һатылды.
Хакимиәт башлығы билдә­ләүенсә, 2012 йылдан бирле алты белем биреү учреждение­һында һәм уларҙың ике филиалында ҡортсолоҡ фәне терге­ҙелгән. Бөгөн мәктәптәрҙә 50 күскә яҡын умарталыҡ бар.
Сарала ғалимдар ҙа, ябай умар­тасылар ҙа, Бөрйән бал ҡор­то башҡа тоҡомдар менән ара­лашып боҙолоп бара, тип бил­дәләне. Бының төп сәбәбе – ра­йонға ситтән күпләп башҡа ҡорттарҙың инде­релеүе. Йүкә сәскә атҡан осорҙа улар бигерәк тә ишәйеп китә һәм беҙ­ҙекеләр менән ҡушылып өлгөрә. Тиҙ арала сара күрелмәһә, алдағы бер нисә йылда бөрйән солоҡ ҡортоноң тулыһынса юҡҡа сығыуы ихтимал.
Районда был йәһәттән 1958 йылдан “Шүлгәнташ” ҡурсау­лы­ғы, 1997 йылдан “Алтын солоҡ” дәүләт заказнигы эшләп килә. 2012 йылда ЮНЕСКО ҡара­мағында “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты ойошторолдо.
Бал ҡортон яҡлауға күмәкләп тотонмайбыҙ, район ҡортсолары кәңәшләшмәй, тәжрибә уртаҡ­лашмай, һәр кеше үҙенсә эшләй икән, киләсәгебеҙгә ҡурҡыныс янай. Был уртаҡ эште ғалим-белгесһеҙ алып барып булмаясағы ла көн кеүек асыҡ.
– Ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн төбәктә уңайлы шарттар бар. Ошо мөмкин­лектән файҙаланып, Бөрйән балын һәм ҡортон донъя кимәленә танытып, районды ла күтәрергә кәрәк. Уҡыу йортонда теләге булған ҡортсолар өсөн ҡыҫҡа ваҡытта курс үткәрергә лә әҙербеҙ. Аҡбулат билә­мә­һендә Башҡортостан дәүләт аграр университетының ғилми-тикшеренеү үҙәге, хакимиәт, “Шүлгән­таш” һәм “Башҡорт­остан” дәүләт ҡурсаулығы менән берлектә саф тоҡомло солоҡ ҡорттарын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә етдиерәк эшләргә тейешбеҙ. Бының өсөн университетта белгестәр, кадрҙар һәм мөмкинлектәр етерлек. Быйыл йәй ҡорттар юғалыуға бәйле ғилми-тикшеренеү эштәре үткә­рергә уйыбыҙ бар, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БДАУ ректоры, техник фәндәр докторы, профессор Илдар Ғәбитов.
Башҡортостан ветеринария идаралығы начальнигы урын­баҫары Р. Шаһимөхәмәтов бөгөн район халҡы ғына түгел, ә тотош Башҡортостандың Бөрйән то­ҡом­ло ҡорттарҙы һаҡлап ҡа­лыр­ға тырышырға тейешлеген бил­дәләп: “23 йыл элек беҙҙең республика ҡортсолоҡҡа бәйле беренсе закон ҡабул итте һәм уны эшләүҙә Бөрйән халҡы ҙур ты­рыш­лыҡ һалды. Унда ҡа­рал­ған­са, ветеринария хаҡында за­кондың 18-се статьяһына ярашлы, беҙ республика терри­торияһына ауырыу ҡорттарҙы индерергә тейеш түгелбеҙ, шуға күрә ошо тәңгәлдә күп көс һаласаҡбыҙ. Ә инде төр булараҡ һаҡланған ҡырағай ҡортто таҙа килеш киләсәк быуынға ҡал­дырыу бары тик үҙебеҙҙән тора. Быйыл Иҫке Собханғол ауылында булдырылған махсус лабораторияны ҡорамалдар менән көсәйтәсәкбеҙ, уның өсөн 300 мең һум тирәһе аҡса бүлеп, штатта тағы бер берәмек булды­рырға йыйынабыҙ. Иҡтисади, сәйәси йәһәттән илебеҙ ауыр мәл кисергән ваҡытта бер­ләшеп эшләп, ата-бабалар ҡалдырған боронғо шөғөлдө һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ”, – тине.
Бөгөн 100 баш тирәһе ума­р­таһы булған Ырғыҙлы ауылынан Әмир Һөйөшев күрше Күгәрсен районы яғынан ауыл биләмәһенә сит ҡорттарҙы индермәҫкә кәрәклеген, һуңғы арала беҙҙекеләр араһында ла һарғылт һыҙатлы бөжәктәрҙең күбәйеүен, шуның һөҙөмтәһендә беҙҙең нескә билдәрҙең эшләү һәләте кәмеүен, ауырыуға тиҙ бирешеүен телгә алды.
Ауылдашы Кәрим Ғәлин иһә:
– Беҙҙең солоҡ балы, кәрәҙле бал, йүкә йә сәскә балы бул­һынмы, сифаты һәм тәме яғынан бөтә Рәсәй кимәлендә беренсе булып тора. Әлбиттә, һәр кем үҙенекен маҡтай, тип әйтерҙәр, әммә башҡа район ҡортсолары, мәҫәлән, бик тәжрибәле бер танышым: “Мин нисәмә йыл буйы ҡорт ҡарап та бындай ҙа таҙа, төҫө һәм тәме буйынса айырылып торған йүкә балын алғаным юҡ”, – тине.
Бәлки, беҙҙекеләр атай-ола­тай­ҙарҙан ҡалған алымдарҙы ҡулланып, шәкәр йә башҡа тәм­ләткес ҡушмауы һөҙөмтә­һендә лә балдың сифаты яҡшылыр. Һуңғы йылдарҙа балды һатыу буйынса бер ниндәй ҡыйынлыҡ булғаны юҡ. Иң үтемле юлы – һатып алыусының умарталыҡҡа килеп алыуы. Сөнки күс айырыу, ҡорт ҡарау, бал бороу кеүек процестарҙы күргән туристар тәбиғи бал икәнен күреп, бик теләп ала, – тигән кәңәш-теләктәрен еткерҙе.
Ҡотан ауылынан Рәфҡәт Ғәҙелшин бер аҙ ҡортсолоҡ тарихын һөйләгәндән һуң, районда зоотехник штаты бөтөрөлөүе бик насар күренеш булыуын, умартаға әҙерләмәләр эшләүҙе яйға һалыу кәрәклеген билдә­ләне, шулай уҡ иртәрәк инә сығарып халыҡҡа тәҡдим иткән осраҡта ҡортсолоҡто тиҙерәк үҫтерергә мөмкин булыр ине тигән фекерен белдерҙе.
– 1990 йылдарҙа район мәк­тәптәрендә ҡортсолоҡ буйынса дәрестәр биреү әүҙем үҫеш­кәйне. Мин үҙем дә уҡыттым, хәҙер умарталыҡ тотоп, бынамын итеп донъя көтөп ятҡан уҡыусыларым һөҙөмтәһен күрһәтә лә инде. Әммә беҙ ошо юлға һалынған системаны юҡҡа сығарҙыҡ. Йәш быуында ҡортсолоҡҡа һөйөү тәрбиәләү мөһим, – ти Ғәҙелгәрәй ауылынан Рафиҡ Йомағужин.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл эшләгән Әнүәр Дилмөхәмәтов – үҙ ғүмерендә бик күп солоҡ ағасына менгән тәжрибәле уҙаман. “Ҡорт көткәндәр бер нәмәгә лә мохтаж түгел”, – тигән бик хаҡ фекер әйтте ул.
Атаһы ла, олатаһы ла ҡорт­со­лоҡ менән шөғөлләнеп, үҙе лә шул мөхиттә үҫкән Әйүп Йомағужин үҙ эшенең бар нескәлеген белә. Ул: “Аҫҡарға ситтән ҡорттар индереп, бик күп кешенең күсенә зыян килде, шуға күрә берәй сара күрелһен ине”, – тип ауылдаштарының тәҡдимен еткерҙе.
Сәғит Фәтхетдинов хәҙер солоҡта ла һары ҡорттар барлығын, шуға күрә Бөрйәндең символы, ғорурлығы булған бөжәктәр, ысынлап та, һаҡлауға мохтаж булыуын билдәләне, уны йәштәр араһында ла популярлаштырыу өсөн олимпиадалар, солоҡ йыйыны кеүек берәй әһә­миәтле сара үткәреү кәрәклегенә ишара яһаны.
Канада технологияһы буйынса эш итеүсе умартасы, Стәр­летамаҡ ҡалаһы­нан килгән Рөстәм Резбаев йыл ­һайын тонналап бал етештерә. Хужалығы менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында видеояҙма ла төшөрөп алып килгән. Уның ху­жалы­ғында ни бары өс кенә кеше шөғөлләнә. Беҙҙә күптәр ата-бабалар ысулы менән бар эш­те ҡул көсө менән атҡарһа, уның бөтә эше меха­низа­цияланған. Видеояҙ­манан күре­неүенсә, йөк тейәгес машинаһы менән 8-әр умартаны ҡуша кү­тәреп, “КамАЗ” автома­ши­наһына ҡатлап тейәп, күп ваҡытты сарыф итмәйҙәр. Кәрәҙле рам­дарҙан бал бороуҙы ла махсус цехта атҡаралар. Үҙҙәренең тәжрибә һәм технологиялары менән уртаҡлашырға әҙер булыуҙарын да әйтеп үтте Рөстәм Таһир улы.
Биология фәндәре докторы Фитрат Йомағужин мәғлүмәт­тәрҙе слайдтар ярҙамында күрһәтте.
– Ни өсөн бөтәбеҙ ҙә Бөрйән ҡортон иң яҡшыһы тибеҙ? Ошо һорауға яуап алыу өсөн беҙ Бөрйән солоҡ ҡортон, Кавказ һары ҡортон һәм ҡатнаш тоҡомло ҡорттарҙы алып, бәләкәй генә тәжрибә үткәрҙек. Бер үк тәбиғәт шарттарында уларҙың нисек эшләүен тикшергәндән һуң, Бөрйәндеке иң күп уңыш йыйыуын күреп, тағы бер тапҡыр уларҙың тырыш­лығына, эшсәнлегенә шаһит булдыҡ. Бер урында йәшәп тә, Бөрйән ҡорттары күберәк йүкә балын йыйһа, Кавказдыҡылар сәскәләрҙе үҙ итә. Бынан тыш, урындағы ҡорттар шәкәр сиробын эшкәр­теүгә лә башҡа­ларға ҡарағанда һәләтлерәк. Ә ҡышлау осоронда Бөрйән ҡорттары иң сыҙам­лыһы булып сыҡты, аҙыҡты әҙ ҡул­­ла­нып, ауырыуҙарға биреш­мәнеләр, Кавказ ҡәрҙәштәре иһә февраль аҙаҡта­рына үлеп бөттө, – тип ул һәр миҫалын фәнни яҡтан иҫбатлап һөйләне, үҙҙә­ренең эшмәкәрлеге менән дә таныш­тырҙы. – Ҡырағай шарт­тарҙа, йәғни солоҡтарҙа, йәшә­гәне өсөн генә Бөрйән ҡорттары таҙа килеш һаҡланып ҡалған, әммә уларға ла хәүеф янай. Был тоҡомдо һаҡлап ҡалыу өсөн үҙебеҙҙең Башҡортостан дәүләт аграр универ­ситетының ғилми-тикшеренеү үҙәге, “Шүлгәнташ”, “Башҡортостан” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары менән берлектә эш алып барабыҙ. Уҙған йыл “Шүлгән­таш” ҡурсаулығының 2-се умарталы­ғында эшләнек. Быйыл аталанған 250–300 инә ҡорт сығарыуға өлгәшкән хәлдә лә, үҙебеҙҙең ҡорттарҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур аҙым булыр ине.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев: “Ҡортсолоҡто үҫте­реүгә бәйле, урманда ер майҙаны алыу тәртибе буйынса берәй үҙгәреш индер­һәләр ине, юғиһә ағас ҡырҡыусыларға ла, ҡорт үрсетергә теләүселәргә лә бер тигеҙ тип әйтерлек документ йүнләүҙе талап итеүҙәре менән килешеп етмәйем”, – тип үҙ ҡарашын белдерҙе.
Биология фәндәре кандидаты Әғләм Шәриповтың да фекере тос ине.
– Сит ил ғалимдары ла беҙҙең ҡорттар менән ҡыҙыҡһына. Стандарт бармы-юҡмы икәнлеген белеү маҡсатында 2015 йылда райондың байтаҡ ауылдарынан 100 проба ҡорт Европаға ебә­релде. Беҙҙең ҡорттарҙың төр булараҡ һаҡланасағына һикһән процентҡа ышанабыҙ. Өфөләге генетик институтҡа ла алып барып тикшерҙек, стандартҡа тура киләләр. Әммә беҙ ҡулланған Мт-ДНК тикшереү методика­һы буйынса ғына ҡорттарҙы өйрәнеү етмәй. Европа ғалимдары нин­дәй йүнәлеш, ниндәй методиканы алып өйрәнерен бөгөн әйтә алмайбыҙ, – тип, инәне аталандырыу, уны нуклеустар ярҙа­мында икенсе ауылдарға ташыу юлдарын слайд һәм үҙе менән алып килгән ҡорамалдарҙы күр­һәтеп, бик ентекле аңлатты ул.
Кәңәшмә аҙағында Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау буйынса эште үҙ ағышына ҡуймай, ныҡлы контролгә алыу, ситтән ҡорт күстәрен индереүҙе сикләү, үҙебеҙҙең саф Бөрйән ҡорттары тоҡомо нигеҙендә тармаҡты артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡарар ҡабул ителде.






Вернуться назад