Миллионерҙар пенсия алырмы?23.02.2016
Рәсәй Хөкүмәтендә пенсияла булып та һәйбәт хеҙмәт хаҡы алып эшләгәндәрҙең социаль өҫтәмәләрен бөтөрөргә тәҡдим итәләр.
Һүҙ йылына бер миллион һумдан ашыу килем алғандар хаҡында бара. Фекер ябай: әгәр кешенең айлыҡ эш хаҡы 83 меңдән күберәк икән, ул 13 мең һумға мохтаж түгел (илдә уртаса пенсия шул сама).
– Был юғары вазифалы граждандарға ҡағыла, – ти авторҙарҙың береһе, хеҙмәт министры Максим Топилин. – Бынан алдағы йылда кеше миллион һум йәки унан күберәк аҡса эшләгән икән, ул сағында пенсияны туҡтатыу хаҡында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Бер йыл элек Хеҙмәт министрлығында илдә 220 мең самаһы миллионер пенсионер булыуын билдәләгәйнеләр. Ә хәҙер уларҙың ике тапҡырға күберәк – 400 булыуы асыҡланған. Ошо рәүешле 60 миллиард һумды һаҡлап ҡалырға була икән.
Был тәҡдим Рәсәй Пенсия фондының бынан алдағы көрсөккә ҡаршы планынан төшөп ҡалған. Уны был юлы ла һыҙып ташлауҙары ихтимал.