Илебеҙ мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1 июлдән 15 авгусҡа ҡәҙәр Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу көтөлә. Ситтән килтерелгән аҙыҡты үҙебеҙҙекенә алмаштырыу хаҡында һүҙ алып барғанда, был илдең мөмкинлеген төплө өйрәнеү өсөн кәрәк, тип аңлата белгестәр.“Росстат” етәксеһе урынбаҫары Константин Лайкам билдәләүенсә, сараны 2014 йылда уҡ үткәрергә уйлағандар. Әммә илдә килеп тыуған иҡтисади көрсөк уны бер аҙға кисектереп торорға мәжбүр иткән. Шуға алда торған иҫәп алыуҙың һөҙөмтәләрен төрлө етәкселек урындарында түҙемһеҙләнеп көтәләр, сөнки күҙаллауҙар, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уның әһәмиәтен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Әйткәндәй, был йәһәттән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә ишетелә. Берәүҙәр тәүҙә иҫәп алыуҙы ойошторорға, шунан ғына импортты алмаштырыу хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк булғандыр тигән ҡарашта. Мәҫәлән, бер тармаҡта, ысынлап та, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарай алһаҡ, башҡаларында хәлебеҙ үтә шәптән булмауы ихтимал. Ул сағында, бәлки, Евросоюз илдәренең ярҙамынан башҡа мөмкин түгелдер. Нимә генә тимә, мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәнсе байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ, тәүге һөҙөмтәләр 2017 йылда иғлан ителһә, тулы күрһәткестәрҙе йәнә бер йыл көтөргә тура киләсәк.
Ә Ауыл хужалығы үҫешенең берҙәм үҙәге етәксеһе Клим Ғәлиуллин хатта был сараны бушҡа аҡса туҙҙырыу тип бара. Имеш, уға киткән сығымды ауыл хужалығын үҫтереүгә тотонорға булыр ине. Шул уҡ ваҡытта ул һәр район башлығы үҙенең ҡул аҫтындағы барлыҡ мөлкәт тураһында мәғлүмәтле булыуҙы үҙенең бурысы итеп ҡарарға тейеш тигән уйҙа. “Районындағы хәлде белмәгән хужа үҙенең бурысын үтәмәй”, – ти ул.
Бер ҡараһаң, Ғәлиуллиндың фекере дөрөҫ кеүек. Иң тулы мәғлүмәттәрҙе район етәксеһе үҙенән юғары органдарға, унан ил Хөкүмәтенә, Ауыл хужалығы министрлығына тапшыра ала. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Үҙҙәрен шәп итеп күрһәтергә теләгән етәкселәр биләмәһендәге мал-тыуарҙы, техниканы арттырып күрһәтмәҫме? Шуға ла хужалыҡты барлауҙа әлеге алым иң отошлоһо булып ҡала.
Әйткәндәй, быйыл Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыуға – 100 йыл. Бынан алдағы иҫәп алыу 2006 йылда үткәйне. Ул саҡта компьютерҙар барлыҡ төбәктәрҙә ҡулланылһа ла, ғәҙәти калькуляторҙарҙың етешмәүе, ахыр сиктә генә пәйҙә булыуы билдәле. Әлбиттә, был осорҙан һуң байтаҡ үҙгәреш күҙәтелгән. Мәҫәлән, күп төбәктәрҙә барлыҡҡа килгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡағыҙҙа ғына йәшәй. Бихисап ауыл хужалығы предприятиеларында ла шундай уҡ хәл. Күптәренең етәкселәре алмашынған, улар менән бергә тиҫтәләгән миллион гектар баҫыу әйләнештән сыҡҡан, бәғзеләрен урман ҡаплаған.
– Бөгөн аграр ресурстар хаҡында аныҡ һандар кәрәк, – ти Константин Лайкам. – Был осорҙа ауыл хужалығы ойошмаларының, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ярҙамсы һәм граждандарҙың башҡа төрҙәге хужалыҡтарының, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берекмәләренең иҫәбе алынасаҡ. Шулай уҡ иҡтисади эшмәкәрлек, хеҙмәт һәм ер ресурстары, ауыл хужалығы культураларының майҙаны, мал һаны, аҙыҡ-түлек етештереү, инфраструктура, кредит һәм субсидиялар күләме лә асыҡланасаҡ. 2016 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың төп үҙенсәлеге – мәғлүмәт йыйыуҙа заманса технологияларҙы файҙаланыу. Мәҫәлән, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандарға һорау биргәндә планшет компьютерҙарын ҡулланыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә мәғлүмәттең сифаты, уны йыйыу һәм эшкәртеү йылдамлығы артасаҡ. Электрон технологиялар мөмкинлеген тикшереү маҡсатынан һынау тәртибендә былтыр Рәсәйҙең өс төбәгендә – Башҡортостанда, Иркутск һәм Ростов өлкәләрендә – иҫәп алыу ойошторолдо. Республика буйынса Баймаҡ, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы райондары һынау тотто, һуңынан кәңәшмә үткәрелде. Улар кампания ваҡытында планшет ҡулланыуҙың өҫтөнлөген билдәләне: элеккесә ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡағыҙ тултырып, үҙең ташып йөрөмәйһең. Өҫтәүенә планшет ярҙамында эш тиҙерәк тә бара.
Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ике мең ауылды, 5, 6 мең крәҫтиән (фермер) хужалығын һәм шәхси эшҡыуарҙы, 646 мең шәхси ихатаны, 31,5 мең баҡса участкаһын теркәү күҙҙә тотола. Бының өсөн 263 инструктор һәм 1574 иҫәпләү участкаһы булдырылған. Бер инструкторға – алты участка, иҫәп алыусыға 460 шәхси ихата йәки 644 баҡса тура килә.
Сараны үткәреүгә 13 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Шуның 11 миллиарды федераль кимәлдә тотонолһа, ҡалғаны төбәктәргә йүнәлтеләсәк.